-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2020, 17:45

Олуғ шәхесте ҙурлап...

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығы уңайынан яҙыусының әҙәби мираҫын өйрәнеү буйынса “Ғафури уҡыуҙары” республика конкурсы онлайн форматта үтте. Уны БР Мәғариф һәм фән министрлығы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Ғафури районы мәғариф бүлеге менән берлектә ойоштороп уҙғарҙы. Конкурста республиканың белем биреү учреждениеларынан һәм юғары уҡыу йорттарынан 92 уҡыусы-студент ҡатнашты.

Эштәр 3 номинация буйынса ҡаралды:
- фәнни мәҡәлә рәүешендәге фәнни-тикшеренеү эштәре;
- ижади эштәр конкурсы (инша, эссе);
- Мәжит Ғафури әҫәрҙәрен тасуири һөйләүселәр видеоконкурсы.
Конкурста айырыуса Ғафури, Дыуан, Ишембай, Ҡариҙел, Нуриман, Салауат райондары, Өфө ҡалаһы, Р.Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Бәйгенең жюри составына район мәғариф бүлеге методисы Ә.Ә.Шаһиева етәкселегендә район үҙәге мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ингән.
Фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында 1-6-сы класс уҡыусылары араһындағы бәйге еңеүсеһе булып Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө
класс уҡыусыһы Ансар Шәйәхмәтов (етәксеһе – А.Ә.Ҡолманова) танылған.
7-11-се кластар араһында Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Милена Абдуллина (етәксеһе – М.М.Рәхимова) – 1-се, Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Диләфрүз Латипова (етәксеһе – З.Х.Иҙрисова) – 2-се, “Новатор” Балалар ижады йорто Башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Камилла Ҡазыханова (Ш.З.Ҡолһарина) 3-сө урынға лайыҡ булған.
Студенттар араһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2 һәм 3-сө курс студенткалары Зарема Әминева менән Миләүшә Шәрәфетдинова (етәкселәре – З.А.Хәбибуллина) 1 һәм 2-се урындарҙы яулаған.
Ижади эштәр конкурсында 1-6-сы кластар араһындағы бәйге районыбыҙ мәктәптәре уҡыусыларының еңеүе менән тамамланған. Игенйылға мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Карина Мәҡсүтова (М.М.Мозафарова) – 1-се, Баязит Рәхмәтуллин (Еҙем-Ҡаран мәктәбе, 5-се класс, етәксеһе – А.М.Хәлилов) – 2-се, Илмир Ҡотов (КБГИ, 5-се класс, Э.С.Ҡунафина) - 3-сө урында.
7-11-селәр араһында Элина Әҙиәтованың эше (Нуриман районы, Иҫке күл мәктәбе, 11-се класс, Д.М.Шәрәфетдинова) – 1-се, Юлдаш Байбулдиндың (Сәйетбаба мәктәбе, 8-се класс, З.Х.Иҙрисова) – 2-се, Лилиә Мәүлетҡолованың (Салауат ра-йоны, Лағыр мәктәбе, 7-се класс, В.М.Ситдиҡова) 3-сө урын менән баһаланды.
М.Ғафури әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр видеоконкурсында 1-6-сы кластар араһында Алмаз Ҡоҙайғоловҡа (КБГИ, 4-се класс, Д.Д.Әсәнова) – 1-се, Гөлсөм Ғәлинаға (Ишембай ра-йоны, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе, 3-сө класс, Л.Р.Ғәлина) – 2-се, Арыҫлан Хәбибуллинға (КБГИ, 1-се класс, И.Ғ.Иҙрисова) 3-сө урын бирелде.
Студенттар араһында БДПУ-ның 1-се курс студенттары Динара Ғәлләмова – 1-се, Гөлдәр Зарипова менән Диана Шаһивәлиева – 2-се, Әлфинә Әйүпова менән Регина Әхмәтйәнова 3-сө урынға лайыҡ булды.
Номинацияларҙа еңеүселәр:
Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары: Арыҫлан Рафиҡов (4-се класс, Д.Д.Әсәнова) “Тыуған ергә мәҙхиә”, Айназ Мәхийәнов (6-сы класс, М.М.Рәхимова) “Иң яҡшы образ тыуҙырыусы”, Азалия Ғәлимова (1-се класс, А.Ә.Ҡолманова) “Иң йәш башҡарыусы”, Алһыу Әбделмәнова (7-се класс, Э.С.Ҡунафина) “Мәжит Ғафури ижадына тоғролоҡ”, Красноусолдағы 1-се урта мәктәп уҡыусылары: Индира Ғәйнуллина (5-се класс, Н.Ю.Ғәйнуллина) “Иң тасуири башҡарыусы”, Искәндәр Ҡаһиров (2-се класс, Ф.Й.Шәрәфетдинова) “Иң йәш башҡарыусы”, Ҡауарҙы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Нуралия Хажиәхмәтова “Өмөт” номинацияларына эйә булды.
Уҡытыусылар араһында:
Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флүзә Фәрүәз ҡыҙы Баязитова “Иң оҫта башҡарыусы”, Табын мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәбир ҡыҙы Йәнмырҙина “Маҡсатҡа ынтылыш”, Ҡариҙел районының Иҫке Аҡбүләк мәктәбе уҡытыусыһы Тафкия Риф ҡыҙы Хажиева “Тел матурлығын асыусы” номинацияларында билдәләнде.
Конкурс тамам. Киләсәктә ул тағы ла камиллашыр, яңы исемдәр асыр.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в