-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2020, 16:50

Сағыу күңел йәдкәре йәки Уҡытыусыма Асыҡ хат

Һаумыһығыҙ, Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы!Һеҙҙең “Башҡортостан” гәзитенең 2020 йылдың 9 октябрь һанында донъя күргән иҫтәлектәрегеҙҙе уҡығас, үҙемдең күңел йәдкәрҙәрен районыбыҙ гәзите аша Асыҡ хат рәүешендә бирергә булдым. Сәбәптәре лә бар: тыуған ауылым Сәйетбаба урта мәктәбендә һеҙҙән һабаҡ алырға, беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Аман ағай Юлъяҡшин менән ғаилә ҡороп, ул заман өсөн бик тә күркәм йортоғоҙ ҡалҡып сыҡҡан Мәктәп урамында күрше йәшәргә тура килгәйне.

Беҙ, балалар, мәктәбебеҙгә яңы эшкә килгән зәңгәрһыу-йәшкелт күҙле, ап-аҡ түңәрәк йөҙлө, һалмағыраҡ ҡына аҙымдар менән атлап йөрөгән сибәр уҡытыусыға ҡыҙыҡһыныу ҡатыш һоҡланыу һәм ихтирам менән ҡарай инек. Һеҙҙең – буласаҡ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙҙың – биш ағас бинанан (уларҙың ҡайһы берҙәренең Әлтәшле, Апанас мәктәбе тигән атамалары ла бар ине) торған мәктәбебеҙҙә, изге һөнәрҙең тәүге сирҡаныстарын үтеп, илһамланып эшләп йөрөгән сағығыҙҙа беҙ ҙә уның ишектәрен тәүләп асып, бер йыл белем эстәгән булғанбыҙ икән.
Тормош – даръя, ғүмер – аҡҡан һыу
Халыҡ: “Тормош – даръя, ғүмер – аҡҡан һыу”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Беҙҙең дә йөрәкһенеп мәктәп ишеген башлап асҡан ваҡытҡа 67, ә уны СССР-ҙа бөтә власты үҙ ҡулында тотҡан Н.С.Хрущев реформаһына ярашлы 11 йыл буйына уҡып тамамлағанға 56 йыл үтеп киткән. Һеҙҙең, бер яҡтан, драматик эстәлекле, икенсе яҡтан, ғәжәйеп патриотик пафослы хәтирәгеҙ менән танышҡанда, шул осорҙоң моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла күңел сәхифәләре бер-бер артлы күҙ алдынан үтте. Төп сәбәбе - хәтирәгеҙҙән даръялай дауыллы тормош һынауҙарын бер нигә ҡарамай ҡыйыу үткән өлкән быуын вәкиленең уй-фекерҙәре осошо, рухи ныҡлығы, әхлаҡи юғарылығы, ғәмәли-практик тәғлимәте бөркөлөп тороуҙа. Әле бына рус әҙәбиәте дәрестәрендә “Ер аҫты балалары”, “Ҡорос нисек сыныҡты” кеүек әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә һеҙҙең күҙҙәрегеҙ йәшкәҙәп, уны һиҙҙертмәҫ өсөн ситкә боролоп-боролоп алыуығыҙ, ҡайһы саҡта хатта класты ҡалдырып тиҙ генә сығып инеүегеҙ келт итеп хәтеремә төштө. Хәтирәгеҙҙән күренеүенсә, баҡһаң, һеҙгә үкһеҙ етемлектең әсеһен-сөсөһөн, тормош ҡаҡҡылауҙарын бик тә мул татырға тура килгән икән. Күрәһең, ана шулар тормош һәм кеше яҙмышы, йәшәү мәғәнәһе ише темаларҙы үткәндә юҡ-юҡ та күңелегеҙҙе һыҡрандырып, йөрәгегеҙҙе әрнетеп-семетеп иҫегеҙгә төшкәндер ҙә, күҙегеҙгә йәш булып эркелгәндер. Ә бит шундай ауырлыҡтар кисереүгә ҡарамаҫтан, тормошҡа ла, айырым кешеләргә лә рәнйемәйенсә, һәр кемдә яҡшылыҡ, һәр нәмәлә матурлыҡ һәм яҡтылыҡ күрергә ынтылып йәшәгәнһегеҙ. Бына ҡайҙа ул көслө рух, тормошто яратыу! Бер туҫтаҡ ҡатығы, йылы һүҙе, бәләкәй генә кәңәше, күңел-зиһен, ҡул көсө менән ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың һәр ҡайһыһын, нисәмә тиҫтә йылдар үткәс тә, исем-шәрифтәре менән иҫкә алып, рәхмәт тойғоларын ихлас белдереүегеҙ – үҙе үк намыҫлылыҡтың, әҙәплелектең, мәҙәнилектең һәр ҡайһыбыҙға, айырыуса йәш быуынға, өлгө булырҙай сағыу бер күрһәткесе.
Бәхеткә илткән юл
Йәнә бер момент. Хәтирәгеҙҙә, Мәҙинә апа (беҙҙең заманда уҡытыусыларға шулай мөрәжәғәт итеү – үҙенә бер самимилыҡ, нескәлек аңҡып торған тәбиғи күренеш ине), һәр кем – үҙ бәхетенең тимерсеһе, тырышҡан – моратына ирешкән, тырышлыҡ – бәхет баҫҡысы тигән идея ҡыҙыл еп булып үтә. Һеҙҙең 17 йыл мәғариф системаһында, 16 йылдан артыҡ районыбыҙҙың ул саҡтағы “Йондоҙ” – “Звезда” гәзитендә йөҙөп йөрөп эшләүегеҙ, өс балағыҙҙы, улар менән бергә ҡайынһеңлегеҙҙең етем ҡалған улын илгә кәрәкле инсандар итеп үҫтереүегеҙ кешенең ана шул уңыш-бәхеткә юлды иң элек үҙе ярыуын күрһәткән бер матур сәхифә булып тора. Инде 90-ды ҡыуғас, зарланмай ғына үткәндәрегеҙҙе уйлап, хәҙерге замандаштарыбыҙ,
айырыуса йәштәр өсөн тип, ошондай фәһемле хәтирәләр яҙып, балаларығыҙ хәстәрлеген тойоп йәшәп ятыуығыҙ – үҙе үк шул тырышлыҡтарығыҙҙың ҡыуаныслы емеше бит.
Ошо уңайҙан йәнә бер фекерҙе әйтеп үтмәү тарихи ғәҙелһеҙлек булыр, тим. Ул фекер хәтирәгеҙҙә туранан-тура әйтелмәһә лә, бәйәнегеҙ ағышынан уҡ үҙенән-үҙе бер һығымта кеүек килеп сыға. Уның асылы шуға ҡайтып ҡала: тормошта “бәхет баҫҡысына” күтәрелеүҙең бөтәһе лә кешенең үҙенән, тырышлығынан, тәбиғәт биргән талантынан ғына тормай, күп нәмә уны уратып алған ижтимағи мөхиттең ниндәй булыуына ла бәйле. Хәҙерге заманда һеҙ йәшәгән, хеҙмәт иткән осорҙағы совет ҡоролошон яманлағандар күбәйҙе, яҡлағандары ла бар. Әлбиттә, утһыҙ төтөн сыҡмай тигәндәй, был күренеш тиктән генә хасил булмағандыр. Тормошта абсолют камиллыҡ булмаған кеүек, һәр ижтимағи ҡоролоштоң да яҡшы ла, насар ҙа яҡтары булмауы мөмкин түгелдер. Совет системаһына килгәндә, һеҙҙең быуын, хәйер, беҙҙең быуын да, ошо системала тәрбиәләнде, тыуған ерендә кәрәге тейҙе, үҙ урынын тапты, ни генә тимә, бушлай белем, медицина ярҙамы алды, хеҙмәте матди йәһәттән дә, мораль яҡтан да баһаланды. Иҫ киткес емереклектәр эсендә, аслыҡ-яланғаслыҡ солғанышында ҡанһырап ятҡан, миллионлаған ҡорбандар биреп азатлығын йәнтәслим яҡлаған сағында ла бит ошо система миллионлаған етем, киләсәк быуын хаҡында хәстәрлек күрергә тырышҡан. Был ҡоролоштағы идеологияның, йәшәү принциптарының һөҙөмтәһе, Мәҙинә апа, һеҙҙең яҙмышығыҙ йөҙөндә генә лә ниндәй сағыу сағылыш таба. Хәйер, был факттың һеҙҙең генә түгел, һуңғараҡ йәшәгән беҙҙең быуын кешеләре яҙмышына ла туранан-тура ҡағылышы бар. Әллә ни ситкә китеп тормаҫтан бер миҫал: совет системаһы булмаһа, 7 йәштән атайһыҙ ҡалып, көтөү көтөргә мәжбүр булған, әлепте таяҡ тип тә белмәгән атайым Сафиулланың, 12 йәштән үкһеҙ етем ҡалып, 14 йәшендә тормошҡа сығырға, наҙан ҡалырға дусар ителгән әсәйем Факиһаның күп балалы ғаиләһендә, мәҫәлән, 4 юғары, 2 махсус урта белемле белгестәрҙең үҫеп сығыуы, минең, бер ябай башҡорт ғаиләһенән сыҡҡан малайҙың да, бына инде 40 йыл Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡ-ара Төркиәт академияһының академигы, Башҡортостан, элекке СССР һәм Рәсәй кимәлендәге 6 юғары дәүләт наградаһына, шул иҫәптән Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған белгес кимәленә күтәрелеүем мөмкин булыр инеме икән? Ай-һай, әллә шул!? Быларҙы мин һис кенә лә совет осоронда бөтәһе лә ал да гөл булған, тип раҫларға тырышыуҙан түгел, бәлки ул системаның кешенең талант-һәләтен, тырышлығын асыуға мөмкинлек биргән ыңғай яҡтары булыуын, уларҙы бөтөнләй инҡар итеүҙең тарихи дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәүен күрһәтер өсөн генә әйтәм. Ана шул ҡоролош шарттарында үлемдән ҡотолоп, юғары квалификациялы белгес булып формалашып, йөҙөп йөрөп эшләп (ә төп йәшәү сығанағы булған эшһеҙлек бөгөн күпме кешеләрҙең оло трагедияһы), балаларығыҙҙы шәхес итеп тәрбиәләп, бөгөн дә донъяға киң ҡараш ташлап, заман еленә йөҙ бороп, кешеләрҙә, шул иҫәптән миндә лә, ошондай уй-фекерҙәр уятырлыҡ сағыу хәтер йәдкәре менән киң халыҡ алдына сығырлыҡ абруйлы ил әсәһе булыуығыҙ, минеңсә, – ана шул тарихи дөрөҫлөккә йәнле бер һәйкәл ул.
Һеҙгә, Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы, “Табын” гәзите коллективына, райондаштарыма ҡоростай сәләмәтлек, уңыш-ырыҫтар теләп, ихтирам менән

Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в