-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2020, 12:20

Ҡаҙ өмәһе - муллыҡ билдәһе

Көҙгө муллыҡтың бер билдәһе – һуғымдар башланды. Эре мал һуғымынан алда, ғәҙәттә, хужалар ҡош-ҡортон урынлаштырып ҡуя. Үткән ялда Красноусолда йәшәүсе Фәйзуллиндар ғаиләһе лә туғандарын йыйып, ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.

Көҙгө муллыҡтың бер билдәһе – һуғымдар башланды. Эре мал һуғымынан алда, ғәҙәттә, хужалар ҡош-ҡортон урынлаштырып ҡуя. Үткән ялда Красноусолда йәшәүсе Фәйзуллиндар ғаиләһе лә туғандарын йыйып, ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.
Имәндәш ауылы ҡыҙы Ләйсән Ишморат ҡыҙы менән Уҫманда тыуып үҫкән Илдус Мөхәмәт улы өйләнешеп, Красноусолдың яңы биҫтәһендә ер алып, йорт һалып сыҡҡас та, эре мал, ҡош-ҡорт аҫрай башланы. Мәшәҡәте күп булһа ла (айырыуса йыл әйләнәһенә эштә мәшғүл кешеләргә), үҙ хужалығыңда етештерелгән таҙа ризыҡҡа етәме һуң!
Өмәселәр иһә дәррәү йыйылды: Илдустың Зәлиҙә, Зәбиҙә апалары, энеһе Илсур менән килене Алһыу, уларҙың өс үҫмер улы, Зәлиҙәнең килене Юлиә кескәй ҡыҙҙары менән, Зәбиҙәнең ҡыҙы Регина, улы Айнур... Йорт хужаһы эштә булғас, ҡаҙҙарҙы Илсур сала башланы, уға малайҙар ярҙам итеп торҙо. Ул арала ҡатын-ҡыҙҙар эшкә тотондо. Хужабикә Ләйсән ҡыҙы Илзирә менән тышта уҡ эре ҡаурыйҙарын-ҡойроҡтарын йолҡоп, му-йындарын бәйләп биреп тора, әҙерләнгән берен тиҙ-тиҙ үтекләп, йолҡоусыларға тапшыралар. Уйын-көлкө, шаян һүҙ менән эштең ырағаны һиҙелмәй ҙә. Элек үҙ әсәйҙәренең өмәләре лә, хәҙер ҡайҙа кемдең эште нисек еңеләйткәне лә иҫкә алына...
Бына ҡаҙҙар йолҡоноп бөттө, сәйләп алырға ла була. Был ваҡытта Илсур ҡаҙҙарҙы өтөүгә тотондо, өлкән улы Илнур ҡул араһына ингән, етеҙ генә тәпәйҙәрҙе һыҙырып ҡуйҙы. Тиҙҙән Илдус та ҡайтып етте.
Үҙәк ялғап алған ҡатын-ҡыҙ ҡаҙҙарҙың эсен ала башланы. Бында ла һәр кем үҙ эшен белә, эш көйлө конвейерҙағы һымаҡ бара. (Әйткәндәй, үткән аҙна ғына Зәбиҙәлә ошолай өмә үткәргәндәр). “Ҡаҙҙарығыҙ көр булған, матур аҫрағанһығыҙ”, – тип маҡтап та алалар. Был маҡтау башлыса ғаиләләге кесе ҡыҙ Илмираға төбәлә, әлбиттә. Тап ул йәй буйы бәпкәләргә күҙ-ҡолаҡ булды, ваҡытында ашатты-бикләне. Әле лә Илмираға тәрбиәселекте дауам итергә тура килде: өмәсе еңгәләренең кескәй балаларын ҡарап-әүрәтеп өйҙә торҙо ул.
Фәйзуллиндарҙың береһенән-береһе һылыу өс ҡыҙы булғанын да әйтеп китергә кәрәктер. Өлкәне Илзирә шәфҡәт туташына уҡып сығып, инде бер йыл эшләп йөрөй. Икенсе ҡыҙ Илнара апаһы юлынан китеп, медицина колледжының беренсе курсында уҡый (шуға өмәлә була алманы), Илмира Красноусол башҡорт гимназия интернатында 5-се класта белем ала.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған шул. Бер төптән булғас, эш тә ыраны, аш та өлгөрҙө. Яҡын кешеләрең менән ҙур эштәреңде бергә эшләп, осрашып-аралашып тороу үҙе бер ғүмер инде ул.

Зифа ҒАЙСИНА.

Читайте нас в