-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2020, 12:30

Ил һаҡларға китә егеттәр

15 ноябрҙә Бөтә Рәсәй хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙа йылдың-йылы матур йолаға ярашлы, район мәҙәниәт һарайында буласаҡ һалдаттарҙы йыйып, улар өсөн байрам сараһы уҙғарыла. Билдәле сәбәптәр быйылғыһына төҙәтмәләр индереп, тантаналы сараны ойоштороу кисектерелде.1 октябрҙән башланған көҙгө хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Ауырғазы район-ара хәрби комиссариатының Ғафури хәрби-иҫәп пункты был тәңгәлдә әүҙем эш алып бара.

15 ноябрҙә Бөтә Рәсәй хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙа йылдың-йылы матур йолаға ярашлы, район мәҙәниәт һарайында буласаҡ һалдаттарҙы йыйып, улар өсөн байрам сараһы уҙғарыла. Билдәле сәбәптәр быйылғыһына төҙәтмәләр индереп, тантаналы сараны ойоштороу кисектерелде.
1 октябрҙән башланған көҙгө хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Ауырғазы район-ара хәрби комиссариатының Ғафури хәрби-иҫәп пункты был тәңгәлдә әүҙем эш алып бара. Комиссариат начальнигының Ғафури районы хәрби-иҫәп пункты буйынса ярҙамсыһы Альберт Фәйезов әйтеүенсә, хеҙмәткә көҙгө саҡырыуҙа 32 егетте оҙатыу планлаштырыла. Тәүге төркөм 18 октябрҙә әрме хеҙмәтенә оҙатылған. Артабан - 26 октябрҙә һәм 5 ноябрҙә 6 егет һалдат сафына баҫҡан. Әгәр ҙә республикала призыв буйынса план үҙгәрмәһә, районыбыҙҙан һуңғы төркөм 13 декабрҙә ил алдындағы бурысын үтәргә юлланасаҡ.
- Нигеҙҙә районыбыҙ егеттәре ҡоро ер ғәскәрҙәренә хеҙмәткә йүнәлтелә. Тәүге төркөм тап шундай частарҙа хеҙмәтен үтәй башланы ла инде, - ти Альберт Шәрифулла улы. – Өфөләге республика йыйылыу пунктында егеттәргә хәрби часҡа оҙатылғанда форма һәм ҡоро паек менән бергә шәхси һаҡланыу саралары ла бирелә. Барлыҡ йәш кешеләр хәрби частарға оҙатылырҙан бер нисә көн алда COVID-19-ға анализ тапшыра. Улар бында ла һәм хеҙмәт урынына барып еткәс тә тест үтәсәктәр. Шулай уҡ республика йыйылыу пунктына райондарҙан хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы графикка ярашлы, төрлө ваҡытта килтереү ойошторолған. Быларҙың барыһы ла йоғошло сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн эшләнә, - ти ул.
Улдарын әрме хеҙмәтенә оҙатҡан ата-әсәләргә ҡайғырмауҙарын, ә ил һағына баҫасаҡ егеттәргә ғафуриҙар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, намыҫ менән, иҫән-һау хеҙмәттәрен тултырып ҡайтһындар, – тигән теләктәрен дә еткерҙе А.Фәйезов.

И.ӘЛИБАЕВА.

Читайте нас в