-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2020, 11:20

Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә

17 ноябрҙә халыҡҡа иң яҡын тороусы, бәлә-ҡаза килһә, тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашығыусы, кешеләр мәнфәғәтен яҡлаусы һөнәр эйәләре – полицияның участка уполномоченныйҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан район эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары бүлексәһенә (Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек йөгөн дә тарта) быйыл май айынан етәкселек итә башлаған полиция капитаны Азамат Тимерйән улы КИНЙӘБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Район эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары бүлексәһе 10 хеҙмәткәрҙе берләштерә. Уларҙың һәр ҡайһыһына участкалар бүлеп бирелде. Оҙаҡ йылдар участка уполномоченныйы булып эшләп, ҙур хеҙмәт стажына эйә булған һәм тәжрибәһен йәш хеҙмәттәштәре менән уртаҡлашыусы, Бурлы һәм Имәндәш биләмәләрен хеҙмәтләндергән полиция майоры Ғәли Ғәлинур улы Суфияновты билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ Табын ауыл биләмәһе өсөн яуаплы участка уполномоченныйы, полиция майоры Ирек Әхмәт улы Хәсәнов менән полиция өлкән лейтенанты Айҙар Хәлил улы Әбделмәнов (Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләре) тәжрибәле участка уполномоченныйҙары. Красноусолда Новоселка биҫтәһен полиция кесе лейтенанты Вәғиз Вәкил улы Юлмөхәмәтов, Һамар һәм Дауахана ҡаласығы биҫтәләрен полиция лейтенанты Иоанн Данилович Осипов, Үҙәк биҫтәһен полиция кесе лейтенанты Салауат Фәрит улы Минвәлиев, Сәйетбаба ауыл биләмәһен полиция өлкән лейтенанты Руслан Радик улы Мәжитов, Аҡкүл участкаһын полиция лейтенанты Алик Рафиҡ улы Хәсәнов хеҙмәтләндерә. Ә иң ҙур участкалар – Үтәк, Яңғыҙҡайын, Буруновка, Мораҡ, Ташлы, Ташбүкән, Толпар ауыл биләмәләре полиция өлкән лейтенанты Александр Вячеславович Костин яуаплылығында.
Участка уполномоченныйҙары бүлексәһенең 10 айлыҡ эш һөҙөмтәләренә килгәндә, участка уполномоченныйҙары тарафынан 47 енәйәт эше асылды, законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатыусыларға – 21, тейешле документтарһыҙ, йәғни законһыҙ спиртлы эсемлек килтереүселәргә 8 административ протокол төҙөлдө.
Участка уполномоченныйҙары үҙ участкаларындағы хәлде контролдә тоталар, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булып, енәйәтселекте булдырмау йәһәтенән профилактик эш алып баралар, иҫәптә торғандарҙың өйҙәрендә булалар, халыҡты ҡабул итеүҙәр ойошторалар (пандемия сәбәпле, әлегә был эш ваҡытлыса кисектерелде). Участка уполномоченныйы хеҙмәте ҙур яуаплылыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ, уяулыҡ, ваҡытың менән иҫәпләшмәүҙе талап итә.
Барлыҡ коллегаларымды, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Участка уполномоченныйҙары көнө менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, еңел булмаған яуаплы хеҙмәттәрендә уңыштар, ғаиләләрендә именлек теләйем.
Читайте нас в