-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2020, 18:00

Киләсәк һеҙҙең ҡулда

Районыбыҙ мәктәптәрен уңышлы тамамлаған йәштәребеҙ киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып, төрлө яҡлап үҫеү һәм һөнәр алыу өсөн республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең төрлө уҡыу йорттарында белем ала. Әүҙем йәштәр уҡыу менән бер рәттән йәмғиәт эштәрендә лә ҡатнашырға өлгөрә.

2004 йылдан башлап Өфөлә районыбыҙ йәштәре өсөн Ғафури районы берлеге әүҙем эшләп килә. Йәштәргә спорт ярыштары, квартирниктар, форумдар, конкурстар һәм башҡа төрлө саралар уҙғарыла. Әлеге ваҡытта берлектең рәйесе - Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты студенткаһы Айгөл Арыҫланова. Ул Красноусол башҡорт гимназия-интернатын тамамлап, бөгөнгө көндә дүртенсе курста белем ала. Быға тиклем был берлекте төрлө йылдарҙа Айһылыу Мәүлетҡолова, Ләйсән Кинйәбаева, Рөстәм Мәжитов, Рүзилә Юлыҡова һәм Әлиә Рәшитова етәкләгән.
Ғафури йәштәре бөтә берлектәрҙе үҙ эсенә йыйып тороусы Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһының төп проекттарында ла әүҙемлек күрһәтәләр. Мәҫәлән, “Аҫылташ” йәштәр мәғариф форумында һуңғы тапҡыр Рүзилә Юлыҡова, Лиана Үзбәкова, Зөлфиә Ихсанова, Альберт Мәүлетҡолов һәм башҡалар ҡатнашҡан.
Шулай уҡ Ғафури йәштәре берлеге йәштәрҙе белемгә әйҙәп “Еләҫ ел” (“Свежий ветер”) мәғариф форумын өс йыл рәттән үткәреп килә. Форумда йылдан-йыл төрлө лекциялар, панель дискуссиялар, форсайт-сессиялар һәм төрлө танышыуҙар ойошторола. Был сара февраль айында Красноусолда ла үткәрелде. Шулай уҡ район хакимиәте ярҙамы менән үткәрелгән волейбол, футбол, баскетбол, шахмат һәм хоккей кеүек спорт ярыштары ла йәштәрҙе үҙенә йыя. Бындай саралар төрлө төбәктә йәшәүсе, белем алыусы йәштәрҙе берләштерә, уларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәй.
Бына шулай йәшәй Өфөләге Ғафури районы берлеге йәштәре. Уҡыған кеше хур булмаҫ, тиҙәр халыҡта. Алған белемегеҙ, һөнәрегеҙ киләсәгегеҙҙе яҡтыртып, юлда осраған барлыҡ ҡапҡаларҙы асып торһон. Һәр тарафта ла файҙалы кешеләр булығыҙ, һеҙ районыбыҙҙың алмашҡа эшкә ҡайтыусы һөнәрмәндәре лә, ғорурлығы булып тораһығыҙ. Киләсәгебеҙ аңлы, көслө, әүҙем йәштәр ҡулында бит.
Читайте нас в