-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2020, 12:06

Ил хәстәре булды иңендә

Ғиндулла Шәйәхмәтов... Был исемде Ғафури районында олоһонан алып мәктәп уҡыусыһына тиклем белә, тиһәм һис тә хата булмаҫ. 15 августа 90 йәшен тултырған аҡһаҡал теүәл ике айҙан баҡыйлыҡҡа күсер тип кем уйлаған?! Уның мәрхүм булыуына ҡырҡ көн дә булып килә. Ошо айҡанлы илһөйәрлек һәм телһөйәрлектең сағыу өлгөһө булған Ғиндулла Ширияздан улы тураһында ҡайһы бер уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашырға булдым.

Сәйетбаба ауылында колхозлашыу сәйәсәте алып барылған ваҡытта яҡты донъяға ауаз һала ул. Теремек малай уҡый-яҙыуға бик һәләтле булып сыға. Ауыр һуғыш барғанлыҡтан, мәктәптә аслы-туҡлы белем алырға тура килһә лә, бында башҡорт халҡының күренекле шәхестәре – ғалим Жәлил Кейекбаев, яҙыусы Сәғит Агиш һәм абруйлы мәктәп уҡытыусыларының дәрестәрен йотлоғоп үҙләштереү Ғиндулланың рухын байыта, туған телгә ҡарата оло һөйөү уята.
Маһир етәксе-уҡытыусы
Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған зиһенле егетте райондың мәғариф бүлеге Юлыҡ мәктәбенә уҡытырға ебәрә. Яратҡан остаздарының эшен дауам иткән Ғиндулла шул уҡ йылда Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтына ситтән тороп уҡырға керә.
Дипломлы мөғәллимде 1953 йылда йүнәлтмә буйынса Ҡурған тарафтарына эшкә ебәрәләр. Дүрт йыл эшләү осоронда Ғиндулла, йәш директор булараҡ, үҙен оҫта ойоштороусы, талапсан етәксе итеп күрһәтә. Ошо уҡ мәктәптә эшләп йөрөгән Күгәрсен районы һылыуы Мәрйәм Фәйез ҡыҙына ғашиҡ булып, тиҙҙән ғаилә ҡора.
Уҡытыу һәм тормош тәжрибәһе туплаған йәш уҡытыусы тыуған яғына тартыла. Башҡортостан Мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе буйынса уға тыуған районында байтаҡ йылдар бер нисә мәктәпкә етәкселек итергә тура килә. Сәйетбаба мәктәбе коллективының саҡырыуы буйынса бай тәжрибәле етәксе-уҡытыусы, ниһайәт, ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайтып төпләнә.
Дәрт-дарманы ташып торған Ғиндулла Ширияздан улы директор вазифаһында тәүге көндәрҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотона. Ир аҫылы эштә беленә, тиҙәр бит. Был йылдарҙа ул мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға, уҡытыу-тәрбиә кимәлен күтәреүгә ҙур иғтибар бүлә.
Артабанғы йылдарҙа Ғиндулла Ширияздан улы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп, үҙен тәрән ғилемле уҡытыусы, маһир методист итеп таныта. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ, ул туған телде бөтә мәктәптәрҙә лә төплө өйрәнеүҙе мөһим бурыс итеп ҡуя.
Ғиндулла Ширияздан улының уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендә оҙаҡ йылдар буйы башҡарған намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһа ала – ул Рәсәй мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә һәм «Почет Билдәһе» орденына лайыҡ була.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре
Мәктәптә эшләгән йылдарында Ғиндулла Шәйәхмәтов мәшәҡәтле директор вазифаһын башҡарыу, дәрестәр үткәреү менән генә сикләнеп ҡалмай. Тынғыһыҙ мөғәллим агитатор-пропагандист та, һайлау комиссияһы ағзаһы ла була, башҡа төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, мәктәптә Ж.Ғ.Кейекбаевҡа арналған музей булдырыу мәшәҡәте менән дә яна... Ҡайҙа ғына өлгөрмәй, ниндәй генә эштәр башҡармай ул Сәйетбаба мәктәбендә эшләү дәүерендә!
Уҙған быуаттың 1980 йылдары аҙағы. Башҡортостанға союздаш республика статусын даулау буйынса киң ҡоласлы хәрәкәт йәйелдерелгән осор. Беҙ, Ғафури районының бер төркөм зыялылары, шул иҫәптән Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, ошо изге эштән ситтә ҡала алманыҡ, төрлө сәйәси-ижтимағи сараларҙың уртаһында ҡайнаныҡ.
Бына 1990 йылдың 11 октябре етте. Районыбыҙҙан урта йәштәге ир-егеттәрҙән тыш, пенсия йәшендәге Ғиндулла Шәйәхмәтов менән Аман Юлъяҡшин кеүек рухлы ағайҙарыбыҙ Өфөнөң хәҙерге Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы янында төрлө ҡала-райондарҙан килгән делегациялар араһында булды. Булды ғына түгел, ә иң алда үҙ һүҙен әйтеп, йөрәк ҡушыуы буйынса йөрөнө улар! Нәҡ ошо көндә күп милләтле республика халҡының талабы буйынса БАССР Юғары Советының III сессияһы Башҡортостандың Дәүләт үҙаллылығы тураһында декларацияһын ҡабул итте. Был оло еңеүҙә, һис шикһеҙ, Ғ.Ш.Шәйәхмәтов кеүек илем, телем тип янып йәшәгән ябай кешеләрҙең дә өлөшө бар.
Бына ни өсөн 11 октябрь – Ғиндулла ағайыбыҙ өсөн үтә лә ҡәҙерле һәм мөһим байрам булды. Республика көнө булараҡ билдәләнгән быйылғы тарихи датанан һуң, өҫтәүенә, Башҡорт теле йылында күҙҙәрен йомған Ил ағаһының үлеме лә символик күренеш кеүек ҡабул ителде: әйтерһең дә, ул республикабыҙҙы, еребеҙҙе һәм телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ, милләттәштәр, тип аманат әйтеп ҡалдырҙы...
Районыбыҙҙың йәмәғәт тормошонда бик ихлас ҡатнашты Ғиндулла Ширияздан улы. «Еҙем» башҡорт халыҡ үҙәге, Башҡортостандың Халыҡ фирҡәһенең район бүлексәһе һәм Табын ырыуы йыйындарында иң ҡырҡыу мәсьәләләр буйынса ул мотлаҡ сығыш яһар ине. Йөрәген әрнеткән проблемалар буйынса һәр һүҙен еренә еткереп әйтә торғайны. Бер нимәгә лә битараф булмау, ғәҙеллек, әүҙем тормош позицияһы, мин эшләмәһәм, кем башҡарыр һуң, тигән принциптан сығып эш итте һәр ваҡыт Ил ағаһы.
Башҡорт теленә дәүләт статусы даулауҙа ла Ғиндулла ағай Шәйәхмәтов ҙур әүҙемлек күрһәтте: республика һәм район матбуғатында мәҡәләләр баҫтырып сығарҙы, төрлө йыйындарҙа сығыш яһаны, юғары даирәләргә хат-мөрәжәғәттәр юлланы. Маҡсатҡа ирешелгәс тә, аҡһаҡал ҡул ҡаушырып ултырманы: уны айырыуса туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһе тарайыуы, мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәренең ныҡ кәметелеүе борсоно. Был мәсьәләләр буйынса ла туҡтауһыҙ мәҡәләләр яҙҙы, талап итте – киң йәмәғәтселектең уй-фекерен шулай итеп власть органдарына еткерә барҙы.
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙ рухына Бородино яланында бер нисә мәртәбә аяттар уҡып ҡайтҡан кеше лә бит ул Ғиндулла Шәйәхмәтов. Улы Илдар етәкселек иткән «Төньяҡ амурҙары» (“Любезники - 1-се Башҡорт атлы полк” хәрби-тарихи клубы) ойошмаһы ағзалары менән 2012 йылда Мәскәүгә юлланған 82 йәшлек уҙамандың тәүәккәллеге һәм саялығы күптәрҙе хайран ҡалдырған ул саҡта! 200 йыллыҡ юбилейҙан рухланып ҡайтҡан Ил ағаһы, был изге юлды тағы ла 2013-2014 йылдарҙа үтеп, полк муллаһы вазифаһында әруахтар рухына ҡат-ҡат Ҡөрьән бағышлай. Туҡһан йәшен ваҡлаған шәхестең был сәфәрҙәре үҙе үк батырлыҡҡа тиң түгелме ни?!
Дин юлында
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тынғыһыҙ уҡытыусы юҡҡа ғына дин юлына аяҡ баҫмай. Хоҙай Тәғәләгә һөйөү уның ҡанында, нәҫелендә була. Ата-бабаһы ла, ҡайныһы ла заманында ислам тәғлимәттәрен алға һөрөп йәшәгән изге заттар иҫәпләнгән.
Элек-электән иман һәм тәрбиә орлоҡтарын сәсеүҙе мөҡәддәс бурысы тип һанаған имам-хатип Ғиндулла Ширияздан улы ауыл мәсетенә ысын мәғәнәһендә ҡот ҡайтарҙы: даими рәүештә йома намаҙҙары уҙғарҙы, ер йөҙөндә изгелектәр генә ҡылып йәшәү, тәрбиәле-тәүфиҡлы булыу зарурлығы, йәшәү мәғәнәһе хаҡында өгөт-нәсихәт уҡыны, ауылдаштарын дини йолаларҙы үтәргә саҡырҙы. Ғүмер буйына ауыҙына тәмәке ҡапмаған, хәмер йотмаған, ҡыйыҡ һүҙ әйтмәгән дин әһеле ауылдаштары өсөн барса күркәм сифаттары - холоҡ-фиғеле, төҫ-килбәте, башҡарған эштәре менән дә – өлгө ине. Рухи кумирҙары Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев һымаҡ, бар булмышында мәҙәнилек бөркөлөп торған ысын башҡорт зыялыһы булды ул!
Ҡәләм оҫтаһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе
Йәштән үк ҡәләм тирбәлткән Ғиндулла Шәйәхмәтов ярты быуаттан ашыу матбуғат баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Республикабыҙҙың үҙаллылығына, башҡорт теле һәм ер-һыу яҙмышына ҡағылышлы көн ҡаҙағына һуҡҡан бихисап мәҡәләләр авторы ул. «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ағиҙел» журналдары, районыбыҙҙың «Йондоҙ», «Табын» гәзиттәре архивтарында “Ғиндулла Шәйәхмәтов, РФ мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән ҡултамғалы яҙмалар оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ әле.
Ғ.Ш.Шәйәхмәтов тыуған яғының ер-һыу атамалары өлкәһендә лә байтаҡ эш алып барҙы. «Башҡортостан энциклопедияһы»нда Ғафури районынан сыҡҡан билдәле шәхестәр, бынан тыш, йылға-күлдәребеҙ, тау-ҡаяларыбыҙ, данлыҡлы мәмерйәләребеҙ хаҡындағы күп мәғлүмәттәр - нәҡ уның хеҙмәт емештәре.
Оҙаҡ йылдар буйы райондың матбуғат баҫмалары менән уңышлы хеҙмәттәшлек иткән ҡәләм оҫтаһы “Табын” гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Тынғыһыҙ
музей директоры
Башҡорт тел ғилемен өр-яңы бейеклеккә күтәргән күренекле лингвист, филология фәндәре докторы, профессор Ж.Ғ.Кейекбаевтың иҫтәлеген тыуған ерендә мәңгеләштереү буйынса Ғиндулла Шәйәхмәтов ярты быуат самаһы ғәйәт ҙур көс һала. Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла уның дәрестәрен, лекцияларын тыңлаған кеше булараҡ, уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында уҡ Ғиндулла Шәйәхмәтов мәктәптә олуғ шәхестең музей-кабинетын булдыра. Йылдар үткәс, улы Илдар мәктәп стенаһына мәшһүр ғалимға бағышланған иҫтәлекле таш эшләп ҡуя.
1969 йылда Ғиндулла ағайҙың тырышлығы менән Сәйетбаба урта мәктәбенә арҙаҡлы тел белгесе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Ж.Ғ.Кейекбаевтың исеме бирелә. Артабан мәктәп алдында күренекле ғалимдың бюсы ҡалҡып сыға. Былар менән генә ҡәнәғәтләнмәй Ғиндулла Ширияздан улы - ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала музей өсөн махсус йорт төҙөтөүҙе хәстәрләй башлай. Ныҡышмалылыҡ тиҙҙән үҙ емештәрен бирә: бына өс тиҫтә йылдан ашыу инде музей ишектәре һәр кем өсөн асыҡ.
Оҙаҡ йылдар буйы музей директоры вазифаһын башҡарған энтузиаст Сәйетбабанан көн дә йәйәү йөрөп эшләй. Уның тырышлығы менән бөйөк ғалимға ҡағылышлы бик күп экспонаттар, архив документтары, китаптар, фәнни хеҙмәттәр туп-
лана. Иң мөһиме – Жәлил Кейекбаев рухы һаҡланған ергә илебеҙ, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән мәртәбәле ҡунаҡтар, мәктәп уҡыусылары даими килеп тора.
Хәҙерге көндә Ғ.Ш.Шәйәхмәтов нигеҙ һалған музей ышаныслы ҡулдарҙа – филология фәндәре кандидаты Римма Ишмырҙина Ж.Ғ.Кейекбаевтың ғилми-әҙәби эшмәкәрлеген пропагандалауҙа ең һыҙғанып эшләй.
Бәхетле ғаилә башлығы
Олоға оло, кесегә кесе итеп ихтирам менән ҡараған итәғәтле, сабыр холоҡло, юғары мәҙәниәтле кеше ине Ғиндулла Ширияздан улы. Өйөндә лә иғтибарлы һәм ихтирамлы ғаилә башлығы булды: ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән хәләл ефете Мәрйәм апай менән матур итеп донъя көтөп, өс ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит: балалары ла атай-әсәйҙәре кеүек уңған, аҡыллы, илтифатлы.
Оҙон бәхетле ғүмер кисерҙе Ғиндулла Ширияздан улы - бер йылы ла, хатта бер айы ла заяға үтмәне уның. Ташла инде шул мәңге бөтмәҫ йәмәғәт эшеңде, тип күңелен һүрелтмәгән, үҙен ярты һүҙҙән аңлап торған хәләл ефете Мәрйәм Фәйез ҡыҙынан, өмөтөн аҡлаған тәүфиҡлы балаларынан, аҡыллы ейән-ейәнсәрҙәренән, ғөмүмән, халҡынан уңды Ғиндулла Ширияздан улы. Ә беҙ, ғафуриҙар, унан уңдыҡ! Ил-йорт хәстәре менән янып йәшәгән, рух илсеһе булған Ғиндулла ағай һымаҡ ғәййәр ир-егеттәр республикабыҙҙа күберәк булһын ине.
Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләүгә, халыҡ араһында иман нуры таратыуға, әхлаҡ орлоҡтары сәсеүгә арнаған, иң мөһиме - Башҡортостаныбыҙҙың рухи-мәҙәни үҫеше хаҡына ҙур эштәр атҡарған Ил ағаһының төрлө юҫыҡтағы ҡаҙаныштарын бер мәҡәләлә генә һанап бөтөү мөмкин түгел. Йөҙәрләгән Маҡтау грамотаһы, Рәхмәт хатына һәм мәртәбәле «Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе» исеменә лайыҡ булған Рәсәй мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры, Ж.Кейекбаев һәм Н.Фәрхшатов исемендәге премиялар лауреаты Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтовтың барса хеҙмәттәрен сағылдырырлыҡ айырым китап нәшер итеү фарыз. Һуңғы һулышынаса ил хәстәре менән янып йәшәгән, күренекле телсе-ғалим Ж.Ғ.Кейекбаевтың һоҡланғыс музе-йын булдырып, уның рухын шатландырған шәхестең хәҙер үҙенең иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән дә районда уйлана башларға кәрәктер.
Нияз СӘЛИМОВ,
филология фәндәре кандидаты,
Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.
Читайте нас в