-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2020, 13:00

Бухгалтер иҫәбе алып баралар

Районыбыҙҙа 2017 йылдың 13 мартынан “Ғафури үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы” муниципаль ҡаҙна учреждениеһы барлыҡҡа килеп, үҙ эшмәкәрлеген башланы. Учреждениеның эшмәкәрлеге бухгалтерия иҫәбе өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүҙән ғибарәт. Ул эшмәкәрлек күрһәткестәрен планлаштырыуҙы ойоштороу буйынса муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эштәр башҡарыу, бухгалтерия иҫәбен алып барыу, финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге пландарын үтәү маҡсатында ойошторола.

Муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы – баш бухгалтер Динара Әмир ҡыҙы Йәнешева. Коллективта 15 кеше эшләй. Үҙәкләштерелгән бухгалтерия үҙ эшмәкәрлеген башлаған көндән алып әйҙәүсе бухгалтер Земфира Әхмәр ҡыҙы Ҡолманова, бухгалтерҙар Ольга Юрьевна Кузнецова, Венера Марс ҡыҙы Смышляева, начальник урынбаҫары Ирина Ивановна Погорелова, күмәртәләп һатып алыуҙар буйынса баш белгес Екатерина Валерьевна Петровская уңышлы хеҙмәт итә, ә ҡалғандары яңы эш башлаусылар. Учреждение тарафынан район буйынса 18 предприятие (16 ауыл биләмәһе, район мәҙәниәт бүлеге, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы) бухгалтерияһы хеҙмәтләндерелә.
Читайте нас в