-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2020, 11:05

Бюджетты тулыландырыу – беҙҙең иңдә

2020 йылдың 21 ноябрендә Федераль һалым хеҙмәте ойошторолоуға 30 йыл. Ошо йылдар арауығында һалым органдары юғары тиҙлек менән үҫеш юлын үтте һәм бында һалым хеҙмәткәрҙәренең – инспекцияны барлыҡҡа килтереү башында торғандарҙың һәм ошо көнгәсә һалым системаһында эшләп йөрөүселәрҙең күрһәткән хеҙмәте. Һалым системаһы дәүләт идаралығында мөһим звено булып тора. Уның нисек эшләүе күп осраҡта бюджетты тулыландырыуҙан тора, тимәк илдең үҫеше тигән һүҙ.

Беҙҙең белгестәр, дәүләт һалым инспекторҙары һәм әйҙәүсе белгес – эксперттар – иҡтисади һәм юридик уҡыу йорттарын тамамлаусылар. Иҫәпләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн намыҫлы контролдә тотоу, бюджетҡа аҡса күсереүҙәрҙе үҙ ваҡытында һәм тулы кимәлдә башҡарыу өсөн компетентлыҡ, намыҫлылыҡ талап ителә. Беҙҙең хеҙмәт көнөбөҙ нормаға һалынмаған, йыш ҡына ял көндәрендә лә эшләргә тура килә, шуға ла ғаиләлә аңлауҙары һәм ярҙам итеүҙәре кәрәк.
Ғафури районында Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 3-сө район-ара инспекцияһының иҫәп һәм һалым түләүселәр менән эшләү бүлегендә һалым түләүселәрҙе ике белгес ҡабул итә: районда һалым инспекцияһы барлыҡҡа килгән көндән алып Зәлиә Рәмиз ҡыҙы Сәйфуллина һәм 2017 йылдан Марина Валерьевна Щербакова эшләй.
Территориаль бүлендек хеҙмәт урындары (ТОРМ) регламентына ярашлы, улар тарафынан һалым түләүселәргә һалым һалыу мәсьәләләре буйынса 25 төрлө хеҙмәт юғары һөнәри кимәлдә, төплө һәм тиҙ күрһәтелә.
Барлыҡ Һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре исеменән һалымдарҙы түләү буйынса үҙҙәренең конституцион бурыстарын үҙ ваҡытында һәм тулы кимәлдә башҡарыусы һалым түләүселәргә рәхмәт әйтәбеҙ. Тап уларҙан халыҡтың тормош кимәле тора, сөнки был йыйылған һалым аҡсалары социаль әһәмиәтле объекттарҙы төҙөүгә, скверҙарҙы, парктарҙы, урамдарҙы төҙөкләндереүгә, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға һәм башҡаларға тотонола.
Коллегаларыма эштәрендә уңыштар, бәхет, ныҡлы һаулыҡ һәм бер-береһенә ҡарата ихтирам теләге килә.
Форсаттан файҙаланып, шуны иҫкә төшөрөргә кәрәк, 2020 йылдың 1 декабрендә мөлкәткә һалымдарҙы түләү ваҡыты уҙа. Ватанды яратығыҙ – һалымдарҙы үҙ ваҡытында түләгеҙ!
Филарит ЗАЛИЛОВ,
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР
буйынса 3-сө район-ара инспекцияһы начальнигы.
Читайте нас в