-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2020, 16:05

2-се мәктәп геймерҙары – тағы еңеүсе!

Тарих ҡабатлана тиҙәрме әле? 1992 йылда, футбол буйынса Европа чемпионатына 10 көн ҡалғас, Дания йыйылма командаһы көтмәгәндә турнирҙа сығыш яһау хоҡуғы ала һәм барыһын аптыратып, еңеүгә өлгәшә. Шунан һуң килеп сыға ла инде “Ана, уйнай белмәгәндәр күнекмә эшләһен”, “Чемпионатҡа бер аҙна ҡалғас, унда ҡатнашырға кешеләрҙе пляждарҙан, баҡсаларҙан тотоп килтергәндәр һәм улар һынатмаған” тигәнерәк лаҡаптар.Беҙҙең менән дә шулай булды тимәйем, әммә оҡшашыраҡ хәл булды...

Тын ғына 17 октябрь кисе, мин яратҡан яҙыусым Пастернак китабын тотоп ҡәнәфиҙә ойоп ултырам. Һәм ҡапыл командабыҙ уйынсыһы шылтырата: “15 минуттан Башҡортостан беренселегенә киберспорт турниры башлана!” Ни-и-се-ек?! Алдан шылтыратырбыҙ, 2-се мәктәпте иҫкәртербеҙ тигәйнеләр бит! Ах, бөттөк! Бөтөнөһөн аяҡҡа баҫтырабыҙ, команданы йыйып булашабыҙ, балаларҙың яртыһы йоҡлай, яртыһын табырлыҡ түгел. Бөтөн нәмә йүгерә-йүгерә эшләнә. Мәхшәр. Чемпионат башланды.
2020 йылдың октябрендә “Рәсәйҙең компьютер спорты федерацияһы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағындағы Бөтә Рәсәй интеллектуаль-киберспорт лигаһында мәктәп йыйылма командалары араһында ярыштар үтте, унда компьютер спортынан тыш электрон шахмат һәм Интернет селтәрендә эҙләү ҙә инә, ә ярыштар Рәсәй Шахмат федерацияһы хуплауы менән үтә. Өсөнсө Бөтә Рәсәй интеллектуаль-киберспорт лигаһында Башҡортостан турнирында 60-тан ашыу команда ҡатнашты. Уйындар 5 төр буйынса үтте.
Тәүге номинация - Hearthstone. Бында бар ғәйеп миндә, уйынсының алдан теркәлгәнлеген ҡарамағанмын, уйын урынлаштырылғанмы-юҡ-
мы – белмәгәнмен. 1/32 әйләнештә үк төшөп ҡалдыҡ. Команданың дөйөм иҫәбенә 1 генә балл. Уйынсы Азат Мөхәмәтйәнов ныҡ бошондо, әммә артабан нисек булырын ул әле белмәй ине.
Dota 2 – бында иһә күңеллерәк, өс түңәрәкте һәйбәт үтәбеҙ. Бына үтә мөһим, ¼-се уйын. Көндәшебеҙҙең үксәһенә баҫабыҙ һымаҡ, капитан (Рәсим Ғабдуллин) уйынды арыу алып бара, әммә алыштың 25-се минуттары тирәһендә еңелә барыуыбыҙҙы хатта мин аңлай башлайым. Еңелеү, ултырабыҙ, ҡайғырабыҙ. Дөйөм муҡсаға – 15 балл.
Clash Royale. Айнур Салауатов республиканың иң яҡшы уйынсыларының береһе тиҙәр ине, дөрөҫөн әйткәндә, мин ышанманым. Әллә шуға, уның биш уйын рәттән еңеүен күреү айырыуса шатлыҡлы булды. Финалда ғына уңыш ситкә китте. Ул үҙен әрләһә лә, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – 60 балл килтерҙе!
Шахмат. Наталья Брыкалова – ошо төрҙә Башҡортостандың былтырғы чемпионы – финалға үтте, 2-се урын, 60 балл!
“Интернет селтәрендә эҙләү” номинацияһы. Кемде ҡуйырға белә инем. Бында эҙләй белгән генә түгел, ә киң фәнни-эҙләнеү мөмкинлектәре булған кеше кәрәк. Айҙар Шәрипов. Уйнап бөттө лә, ике аҙна зарығып көтөү башланды. Тәүге өсәү араһына ла эләгеп булмаҫын аңлап, әкренләп клавиатураларҙы “яғабыҙ” һәм йыр түңәрәгенә йөрөй башлайбыҙ. Әммә... һөҙөмтәләр протоколы килеп төшә: беҙ – беренсе урында! 100 балл! Бөтәһе 236 мәрәй йыйғанбыҙ. Рәсәйҙең Компьютер спорты федерацияһынан шылтыратып ҡотлауҙары һәм хаттары еңеүебеҙгә ышанырға мәжбүр итә. Красноусолдағы 2-се урта мәктәп командаһы, шулай итеп, икенсе йыл рәттән Башҡортостан чемпионы булып таныла!
...Әлбиттә, сюжет буйынса беҙҙең командала: күҙлек кейгән түңәрәк кенә “ботаник”, аңра ғына көләкәс, көнсығыш Азия илдәре вәкиле һәм сибәр һарысәс, барыһы ла күн плащта, ҡара күҙлектә, ә ҡулдарында – баҙлап торған хәтәр шәп клавиатуралар булырға тейеш ине... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең командалағылар барыһы ла көн һайын урамда ҡаршыңа осраусы ябай уҡыусылар ине, ләкин иғтибарлап ҡараһаң, уларҙа текә геймерҙың сапсан ҡарашын шәйләргә була. Әйткәндәй, беҙҙең уйынсылар: Наталья Брыкалова, Марат Вәлиев, Даниил Вахитов, Сергей Ветов, Рәсим Ғабдуллин, Вадим Ғөбәйҙуллин, Әлфиә Дәүләтова, Радмир Мәхийәнов, Азат Мөхәмәтйәнов, Кирилл Рябов, Айнур Салауатов, Никита Тюрин, Динар Хәлиуллин, Тимур Шәмсетдинов, Айҙар Шәрипов – барыһы ла отличник түгел, ударниктары ла, спортсылар ҙа, ижади шәхестәр ҙә бар.
Төбәк ярыштарынан тыш, былтыр Рәсәйҙең иң яҡшы егерме командаһы араһына эләгеүебеҙ ҙә насар түгел. Бынан ары ла көсөбөҙҙән килгәнсә сығыш яһарға тырышасаҡбыҙ. Ә әлегә – беҙ бик шәпбеҙ бит, ә!
Донъя геймерҙары әйтмешләй, һәйбәт уйын, good game!
Мансур ШӘМСЕТДИНОВ,
Красноусолдағы
2-се урта мәктәптең
информатика уҡытыусыһы.
Читайте нас в