-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ноябрь 2020, 11:55

Һаҡ булығыҙ, йоҡа боҙ!

Һыу ятҡылыҡтарында көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Көндәр һалҡынайтыу менән йылға-күлдәр өҫтө боҙ менән ҡаплана.
Күптәр төрлө сәбәптәр менән боҙ өҫтөнә сыға башлай. Кемдер юлды ҡыҫҡартыр өсөн, балалар хоккей уйнар йәки конькиҙа шыуыр өсөн, балыҡсылар балыҡ тотоу өсөн һ.б. Ошо ваҡытта тәүге боҙҙоң үтә лә хәүефле булыуын оноторға ярамай. Тәү ҡарашҡа ныҡлы кеүек күренһә лә, әле боҙ йоҡа һәм оло кешене генә түгел, балаларҙың кәүҙә ауырлығын да күтәрә алмаҫҡа мөмкин.
Ниндәй боҙ хәүефһеҙ һанала? Нормативтарға ярашлы, бер кеше өсөн – 5-7 сантиметрҙан, йәйәүлеләр үтеүе өсөн (кешеләр араһы – 6 м) – 7-9 сантиметрҙан ҡалыныраҡ булырға тейеш.
Ҡар ҡаплаған боҙ йоҡараҡ булыуы билдәле. Ҡайһы бер осраҡтар һыу ятҡылығында боҙҙоң ҡалынлығы 10 см, ә боҙға ҡар ятҡан урындарҙа – 3 см булырға мөмкин.
Ҡағиҙә булараҡ, ныҡлы боҙ үтә күренмәле, йәшкелт йәки зәңгәрһыу төҫтә була. Ғәҙәттә, ул асыҡ, ҡарһыҙ ерҙә барлыҡҡа килә. Йоҡа боҙ – һөтлө-болғансыҡ, һоро төҫтә. Структураһы – күҙәнәкле, бындай боҙ алдан сытырламай емерелеүсән. Шулай уҡ ҡар менән ҡапланған “йәш” боҙ ҙа үтә хәүефле.
Иң йоҡаҡ боҙ – тиҙ ағымлы урында, ел өсөн асыҡ һәм тәрән урындарҙа, һыу төбө ләмле һәм торфлы булған ерҙә, һаҙлыҡлы ярҙар тирәһендә, һыу аҫты сығанаҡтары сыҡҡан ерҙә, күпер аҫтында, тар урындарҙа, сәнәғәт предприятиелары йылы һәм ҡайнар һыуҙарын түккән ерҙәрҙә, ҡамыш һәм башҡа һыу үҫемлектәре үҫкән урындарҙа күҙәтелә.
Боҙ аҫтына төшөп китһәгеҙ, нимә эшләргә? Ығы-зығыға бирелмәгеҙ, ҡырҡыу хәрәкәттәр эшләмәгеҙ, тын алышты нормаға килтерегеҙ. Ҡулдарығыҙҙы киң итеп тирә-яҡҡа һуҙығыҙ һәм боҙ ситенә йәбешергә тырышығыҙ. Был баш менән һыу аҫтына китмәҫ өсөн кәрәк. Ағым боҙ аҫтына алып китмәҫ яҡҡа барып йәбешергә тырышығыҙ. Ипләп кенә, боҙҙо емермәй, һалмаҡ ҡына итеп күкрәк менән боҙ өҫтөнә менегеҙ. Тәүҙә бер аяҡты, шунан икенсеһен мендерегеҙ. Боҙ емерелмәһә, яйлап ҡына ярға табан шыуышығыҙ. Ҡайһы яҡтан килдегеҙ, шул яҡҡа хәрәкәт итегеҙ.
Әгәр иптәшегеҙ боҙ аҫтына китһә, нимә эшләргә? Боҙло һыуға төшөп киткән кеше 10-15 минуттан туңа башлай, 20 минуттан иҫен юғалта. Шуға күрә ваҡыт бик аҙ, уның ғүмере һеҙҙең тиҙлектән торасаҡ. Оҙон таяҡ, таҡта алығыҙ, шарфтарҙы, ҡайыш йәки кейемдәрегеҙҙе бәйләп бау эшләгеҙ. Ҡулығыҙҙы киң тарбайтып ҡаранға табан шыуышығыҙ. Яңғыҙ булмаһағыҙ, бер-берегеҙ артына ятығыҙ ҙа шыуышығыҙ. Бәләгә тарыған кешегә ярҙамға килеүегеҙ тураһында ҡысҡырығыҙ. Был уға ышаныс һәм көс бирәсәк.
Яҡын килеп, батып барған кешегә ҡулыңды биреү – хәүефле. Үҙегеҙҙең дә боҙ аҫтына емерелеп төшөп китеүегеҙ ихтимал. Шуға күрә етмәҫ элек өс метр алыҫлыҡта туҡтағыҙ һәм таяҡ, бау – нимә бар шуны ташлағыҙ. Ипләп кенә уны һөйрәп сығарығыҙ, һәм бергәләп боҙ өҫтөнән шыуышығыҙ. Хәүефле урындан китеү менән бәләгә тарыған кешене йылы урынға алып барығыҙ. Кейемен тулыһынсы һығығыҙ, мөмкин булһа, ҡоро кейем кейҙерегеҙ. Уны полиэтиленға төрөгөҙ, шулай ул тиҙ йылынасаҡ.
Әгәр һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа берәйһе боҙ аҫтына төшөп китһә, был турала кисекмәҫтән 112 телефонына шылтыратып хәбәр итегеҙ һәм хәүефһеҙлек сараларын күреп ярҙам итергә тырышығыҙ.
Һаҡ булығыҙ, йоҡа боҙ бик мәкерле!
А.В.СОРОКИН,
Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Үрге Иҙел инспектор участкаһының өлкән дәүләт инспекторы.
Читайте нас в