-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ноябрь 2020, 16:40

Һатыусы ла, алыусы ла ҡәнәғәт ҡалды

Уҙған шәмбелә, йәғни 21 ноябрҙә район хакимиәте бинаһы алдындағы М.Ғафури майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте. Һәр ваҡыттағыса халыҡ уны түҙемһеҙлек менән көтөп ала, сөнки ғәҙәти көндәргә ҡарағанда бында ауыл хужалығы продукцияһын сағыштырмаса осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге була. Районыбыҙҙың тиҫтәгә яҡын ауыл биләмәһенән (23 сауҙа нөктәһе эшләне) һәр төрлө ит, бал, һөт ризыҡтары һатыусылар килгәйне. Иттең (һыйыр, йылҡы, һарыҡ, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күркә) йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин булды.

Ике яҡлап теҙелеп киткән сауҙа рәттәренең иң башында Ташлы ауылынан шәхси эшҡыуарҙар Узелковтар, Красноусолдан Сапожниковтар һыйыр итен 300-380 һумға тәҡдим итте. Имәндәш ауыл биләмәһенең Юрмаш ауылынан күпләп мал аҫрап, йәрминкәләрҙең һәр ҡайһыһынан ситтә ҡалмаған Лилиә менән Хәниф Салауатовтар һарыҡ, башмаҡ, ҡаҙ ите, әлегә мәлдә ҙур һорау менән файҙаланылған ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек, майҙарын халыҡ шундуҡ һатып алып бөттө. Бурлы ауыл биләмәһенең Байымбәт ауылынан күпләп мал, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫраусы Светлана Ғәлина халыҡҡа һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, бал, тауыҡ ите тәҡдим итте. Ибраһим ауылының данлыҡлы умартасыһы, 300-ҙән ашыу умарта тотҡан Мансаф һәм Альмира Килмөхәмәтовтар өс төрлө һәм кәрәҙле бал менән сауҙа итте, башҡа төрлө умартасылыҡ продукциялары бик тә үтемле булды. Аҡкүл ауыл биләмәһенән апалы-һеңлеле Гөлшат Әхмәтғәлиева менән Гөлнур Гәрәеваны ла йәрминкәләрҙә йыш осратырға мөмкин. Дарьино ауылында йәшәүсе Гөлшат Нурулла ҡыҙы шәхси хужалығында йыл да 100-әр баш ҡаҙ, 60-лап өйрәк аҫрай, итен йәрминкәләргә сығарып, халыҡҡа тәҡдим итә. Был юлы ла эре-эре ҡаҙҙарын килтергән, улары 4 кг һәм унан ашыу тарта, 5 килограмға яҡын тартҡандары ла бар, килограмын 450 һумдан һатты. Аҡкүлдән Гөлнур Нурулла ҡыҙы иһә 60-ар баш ҡаҙ, бройлерҙар үҫтерә, халыҡҡа ҡаҙ, өйрәк, бройлер иттәрен тәҡдим итте. Ошо уҡ ауылдан Каревтар, Войновканан Петр Ерофеев һыйыр ите килтергән. Красно-усол ауыл биләмәһенән Фәнүзә Солтанова ла шәхси хужалығында күпләп мал, 120 баш ҡаҙ, 70-ләп өйрәк аҫрай. Һыйыр, ҡаҙ, өйрәк ите менән сауҙа итте. Умартасы Марат Солтанов һатып алыусыларға бал, Әхмәтйәновтар күркә, бройлер тауыҡ, А.Хөсәйенова менән Г.Сөләймәнова ҡаҙ ите тәҡдим итте. Ҡауарҙы ауыл биләмәһенән “Хәләл Еҙем” кооперативы (етәксеһе - Фәнил Басиров) халыҡҡа тәҡдим иткән йылҡы, һыйыр ите, бауыр-үпкә, ярымфабрикаттар һәр ваҡыттағыса ҙур һорау менән файҙаланылды. Табын ауыл биләмәһенән Ф.Хөснөтдинова менән Л.Рәшитова өйрәк ите, билмән, һарымһаҡ, һөт продукциялары, И.Мещерякова ҡаҙ ите, май, ҡорот, эремсек, ҡаймаҡ килтергән. “ШЭ М.Ш.Алиян” ауыл хужалығы предприятиеһы һарыҡ ите, һөт ризыҡтары тәҡдим итте.
Районыбыҙ етештереүселәренән тыш, күрше Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ ра-йондарынан халыҡҡа үҙ продукцияларын тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Ауырғазылар килограмын 15 һумға кәбеҫтә тәҡдим итһә, стәрлетамаҡлы Зиннәтуллиндарҙың ҡаҙ ите, эс майы, ҡаҙ йыйылмалары бик тә үтемле булды.
Дөйөм алғанда, йәрминкә ике яҡ өсөн дә отошло булды, һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Сара барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар һаҡланып үтте.

Читайте нас в