-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ноябрь 2020, 13:00

"Табын"ға яҙыл да, бүләк от!

“Гәзитте даими алдырабыҙ. Ул йыуаныс та, ҡыуаныс та килтерә”, - ти Аҡташ ауылынан сираттағы "Аҙна һайын бүләк" еңеүсеһе, биш бала әсәһе Фәғилә Зөлфәр ҡыҙы Шәмсетдинова үҙенә яҙған бүләген килеп алғанда.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Иң матур байрамдар – Әсә көнө һәм Бөтә
донъя Бала көнөнә ҡарата иғлан ителгән конкурстарҙа ҡатнашығыҙ:
“Әсәйеңде ҡотла – бүләк от!” Гәзит аша әсәйҙәренә ҡотлау биреүселәр араһында тостер уйнатыласаҡ! Конкурс ноябрь аҙағына тик-
лем бара. Ҡотлауҙар реклама бүлегендә
8 (34740)2-15-25, 8-903-354-69-11 телефондары аша ҡабул ителә.
“Ҡышҡы уйындар”. Был конкурста ҡатнашыу өсөн балаларығыҙҙың уйын ваҡытында төшөрөлгән фотоһүрәттәрен редакцияның электрон адресына ([email protected]) йәки Бәйләнештә төркөмөнә (https://vk.com/tabingazite) ебәрегеҙ. Бәйге 10 декабргә тиклем дауам итә. Бүләккә – тылсымлы төнгө шәм!
“Табын”ға ярты йылға яҙылыу 979 һум 32 тин (индексы ПО 706), пенсионерҙарға 933 һум 84 тин (ПО 707), һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 844 һум 80 тин (индексы ПО 707) тора. Красноусолда йәшәүселәр редакция аша 720 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон вариантына 588 һумға яҙылырға мөмкин.
"Матбуғатҡа яҙыл да, бүләк от!" акцияһына квитанцияларығыҙҙы ебәрергә лә (450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13) онотмағыҙ.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ,
уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас в