-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2020, 16:50

Илде һаҡлау тигән изге бурыс бар

Быйыл көҙ районыбыҙ ауылдарынан тиҫтәләп егет әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Район хәрби-иҫәп бүлексәһе Хеҙмәткә саҡылыусы көнө уңайынан тап бер йыл элек һалдат сафына баҫып, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтыусы егеттәрҙе саҡырҙы. Әммә улар бигерәк баҫалҡы булып сыҡтымы, килеүҙе хуп күрмәгән. Бары тик Красноусол һәм Ҡауарҙы ауылы егеттәре Артём Матвеев менән Илнур Зәйнуллин ғына килгән.

Красноусолда тыуып үҫкән 21 йәшлек Артём Матвеев хәрби бурысын армияның иң элиталы хәрби ғәскәрҙәре - Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһындағы Дзержинский исемендәге 64-се махсус тәғәйенләнештәге “Витязь” оператив дивизияһында үтәп ҡайтҡан. Был ғәскәрҙәр даими хәрби әҙерлектә тороп, бурысы булып терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш тора. Тап ошо ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеү хыялы менән янған егет оҙаҡ йылдар үҙен ныҡышмал рәүештә физик яҡтан әҙерләгән: спорт менән даими шөғөлләнгән (1-се разрядлы футболсы), Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлаған. Әрме хеҙмәтенә саҡырылғас, комиссия тарафынан был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә һәр йәһәттән тап килгәнлеге билдәләнгән, йәғни профстандарт буйынса иң юғары балға эйә булған һәм, ниһайәт, теләге тормошҡа ашҡан.
Ҡауарҙынан Илнур Зәйнуллин әрме хеҙмәтен тултырып, атай-әсәһе янына 25 октябрҙә ҡайтып төшкән. Ул Брянск өлкәһенең Клинцы ҡалаһындағы Александр Матросов исемендәге мотоуҡсылар полкында ил алдындағы бурысын үтәгән.
Егеттәр армия тормошо хаҡында бәйән иттеләр, буласаҡ һалдат сафына баҫыусыларға хеҙмәттән ҡурҡмаҫҡа, ил алдындағы бурысты намыҫ менән үтәп ҡайтыу кәңәшен еткерҙеләр. Илебеҙҙе һаҡлау – беҙҙең, ир-егеттәрҙең мөҡәддәс бурысы, тине улар.
Читайте нас в