-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2020, 11:55

“Хәләл-Еҙем” билдәлелек яулай

Һуңғы ваҡытта сауҙа кәштәләрендәге ит ризыҡтарының үҙебеҙҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк бирәбеҙ, сөнки уларҙың юғары сифатлы һәм экологик йәһәттән таҙа булыуы бер кемгә лә сер түгел.

Былтыр, августа, Юлыҡ ауылында “Хәләл-Еҙем” ауыл хужалығы эшкәртеүсе ҡулланыусылар кооперативының (СССППК, рәйесе – Ф.М.Басиров) һыйыр ите эшкәртеүсе, йәғни хәләл иттән ярымфабрикаттар етештереү цехы үҙ ишектәрен асҡайны. Ошо ваҡыт эсендә баҙарҙа билдәлелек һәм күптәрҙең ышанысын яулай барып, үҙ һатып алыусыларын тапты.
Бөгөн Һабай ауылының имам-хатибы Фәнил Басиров етәкселегендәге “Хәләл-Еҙем” ауыл хужалығы кооперативы уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Кооперативта 15 кеше ағза булып тора. Улар һыйыр, йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Шулай булғас, ярымфабрикаттар етештереү өсөн сеймал етерлек. Малдар, хәҙрәттең үҙе тарафынан, ислам ҡануниәтенә, мосолмандарға хас барлыҡ талаптарға ярашлы салына.
Әлеге мәлдә “Хәләл-Еҙем” кооперативында иттән 10 төрлө ризыҡ әҙерләнә. Уларҙы етештереүҙә бер ниндәй ҙә консерванттар ҡушылмай, тәбиғи сеймал ғына ҡулланыла. Алты ҡатын-ҡыҙ: Һабайҙан Айгөл Ғафарова (бригадир), Юлыҡ ауылынан Гүзәл Вәлиева, Зәмирә Кәримова, Резеда Хисмәтова, Һабайҙан Айгөл Ғафарова, Филиә Йомаҡаева сифатлы һәм хәләл иттән әҙерләгән билмән, манты, голубцы, тефтели, хинкали, өсмөйөш, ваҡ бәлеш – барыһы ла тәмле булыуы менән айырылып тора. Көн дә эште “Бисмилла!”нан башлайҙар, сүрәләр уҡыйҙар. Эш урынында барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған: һыйыр ите түшкәләре, етештерелгән ризыҡтарҙы туңдырыу өсөн һыуытҡыс камералар, туңдырғыс, һыуытҡыс, ит бүлеү, үткәреү, ҡамыр баҫыу, йәйеү, киҫеү ҡоролмалары, ғөмүмән, бар кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгәндәр. Ит түшкәләрен бүлеүҙә ике ир-егет эшләй. Продукция сауҙа нөктәләренә сифатлы килеш барып етһен өсөн таҡтырмалы һыуытҡыс камераһы һатып алынған. “Хәләл-Еҙем”дең ризыҡтарын Красноусолдағы мәсет урамында урынлашҡан кибеттәрендә һатып алырға мөмкин. Кооператив етештергән продукция, шулай уҡ, районыбыҙҙың ике тиҫтәләп ауылына, Архангел районына, Өфө ҡалаһына оҙатыла. Ярымфабрикаттарҙы Красноусолдағы “Наша марка” (Афған урамы, 1), “Эльмира” (Май урамы), Өфө ҡалаһында “Еләккәй” (Рәсәй урамы, 153), “Табын” экомаркеты” (Энтузиастар урамы, 14), “Сәләм” (Степан Кувыкин урамы, 23) кеүек сауҙа нөктәләрендә һатып алырға була. Хәләл һыйыр, йылҡы итенә халыҡтан заказдар ҙа ҡабул итәләр.
“Хәләл-Еҙем” етәксеһе Фәнил Миңлеғәле улы, районда һәм ҡалаларҙа уҙған йәрминкәләрҙә ҡатнашып, хәләл ризыҡтарҙы халыҡҡа тәҡдим итә. Уға хәләл ефете Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы менән улы Урал – ныҡлы терәк һәм ярҙамсы.
Рәхим итегеҙ, “Хәләл-Еҙем” кибетенә!
Читайте нас в