-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2020, 14:40

Өмәләр – халҡыбыҙ йолаһы

Өмә - ул бер-береңә ярҙам итешеү йолаһы. Өмәләр тамырҙары менән ырыу ҡоролошона барып тоташа. Общиналағы үҙ-ара мөнәсәбәт тәртиптәре лә өмәләргә таяна. Күмәкләшеп бергә эшләү, бер үк төрлө эште бергәләп башҡарыу татыулыҡҡа, берҙәмлеккә килтерә. Эштәр ҙә ырамлы бара, ярыш сәме уяна. Ә иң мөһиме – бер-береһенән оҫталыҡҡа, хеҙмәткә өйрәнелә. Шуға күрә байтаҡ эштәр өмә менән башҡарылған.

Һәм бөгөн дә бергәләп, күмәкләп өмәләр ойоштороу матур йолаларҙың береһе. Өмәләр беҙҙең Сәйетбаба ауылында ла әүҙем ойошторола. Мәҫәлән, күмәкләп эсәр һыу сығанаҡтарын төҙөкләндереү. Был йәһәттән “Таш башы”, “Әтәс”, “Бикәнәй” ҡойоларын таҙартыу, кәртәләү эшендә ҡатнашыусыларға оло рәхмәтлебеҙ. Юлдарҙы, күперҙәрҙе йүнәтеү эшендә әүҙем ҡатнашыусы ир-егеттәр эше лә маҡтауға лайыҡ. Ауылыбыҙҙың ике осонда урынлашҡан зыяраттарҙы таҙартыу, кәртәләрен ремонтлау эштәре лә ойошҡан өмәләр менән үтә.
“Йәшел Башҡортостан” ағас ултыртыу республика акцияһына ҡушылып Таш башы тауында ағас ултыртыу ҙа бик әһәмиәтле сара булды. Шулай уҡ ауыл уртаһындағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған обелиск майҙансығын бетонлау эше лә ойошҡан һәм өмә шарттарында үтте.
Тыуған илебеҙҙең тыныслығы өсөн уттар, һыуҙар кискән яугирҙарға ихтирам билдәһе булған өмә оло баһаға лайыҡ. Обелискыла һуғышта ҡатнашҡан бөтә яугирҙарҙың исемдәрен яңыртып яҙған ауылдашыбыҙ рәссам Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтовҡа, ошо эште ойошторған хеҙмәт ветераны, башҡорт ҡоролтайы рәйесе Рәзим Ибраһим улы Мәүлетҡоловҡа һәм аҡсалата ярҙам иткән Сәйетбаба ауылы халҡына, бағыусыларға рәхмәтлебеҙ. Ҡаранйылға ауылындағы Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы алдында ла өмә эштәре менән плиткалар түшәлде. Бөйөк шәхестең матур юбилейы алдынан уға халыҡ ихтирамы билдәһе лә ине был эштәр.
Ауылдарҙа байтаҡ миҙгелле эштәр бергәләп, өмәләр менән башҡарыла. Мәҫәлән, бәрәңге, сөгөлдөр сәсеү һәм ҡаҙыу, йыйыу, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу, һуғым һуйыу, ҡаҙ өмәләре һ.б. Шулай ҙа күп эштәр хәҙер заман техникалары менән башҡарыла һәм өмәләр һирәгәйә.
Үткән ял көнө Рәүилә һәм Асфат Юлбарисовтар ойошторған ҡаҙ өмәһе халҡыбыҙ йолаһының дауам итеүенә асыҡ миҫал булды.
Ҡаҙ өмәһе бик матур, ойошҡан һәм ҙур оҫталыҡ менән үтте. Һәр йыл һайын 40-лап ҡаҙ аҫрап үҫтергән ғаиләгә һоҡланырға ғына ҡала. Быйыл да өмәлә 40 ҡаҙ һуйылды. Ҡаҙ өмәһенә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, “Асанай” фольклор ансамбле ағзалары, күрше-тирәләре, дуҫтары, туғандары саҡырылған эштәр бик ырамлы, ойошҡан барҙы. Һәр кәрәк-яраҡ әйберҙәр алдан әҙерләнгән. Ир-аттар ҙа һәр эштә ярҙамлашып торҙолар.
Һимеҙ, матур ҡаҙҙарҙы таҙартыуы, эшкәртеүе лә күңелле булды. Эштәр ырамлы, йыр-бейеү, моң менән аралашып барҙы. Баян, гармун, ҡурай моңдары ихатаны биҙәне. Милли ризыҡтар менән тулы өҫтәл ҡайнар самауыр сәйенән өҙөлмәне. Ҡаҙ өмәһе бөтә нескәлектәре менән йола ҡағиҙәләренә таянып алып барылды. Усаҡ яғып ҡаҙҙарҙы өтөү ата-бабаларыбыҙҙың хеҙмәтенә байҡау булды.
Ә тәбиғәтебеҙ күрке булған саф һыулы тау йылғаһы Мәндемдә ҡаҙҙарҙы сайҡау үҙе бер матур күренеш ине. Һимеҙ ҡаҙҙар көйәнтәләгән ҡыҙҙар менән өмәселәр һыу буйына урам буйын йәмләп барҙы. Һыу буйында ҡаҙ ҡанаттары һибелде, изге теләктәр теләнде.
Ҡаҙ өмәһе байрамына “Россия-Культура. Башкортостан-24” телеканалының журналист Айгөл Кантюкова төркөмө килде. Ҡунаҡтарға өмә барышы бик оҡшаны. Улар хужаларға һәм өмәселәргә халҡыбыҙ йолаһын һаҡлап, матур йөкмәткеле өмә ойоштороуҙары өсөн рәхмәт әйтеп ҡайттылар.
Ысынлап та, киләсәктә лә йолалар тергеҙелеп, өмәләр булып торһон.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас в