-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2020, 16:00

“Балаларым – шатлығым” ти Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе бәхетле әсә Фәниә Йомағолова

Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе Фәниә Йомағолова бәхетле әсәйҙәрҙең береһе. Бер йортта дүрт быуын матур ғүмер итә. Ҡәйнә - килен татыулығы, йәғни килендәренең үҙенә ҡарата һәйбәт мөнәсәбәте, ҡәҙер-хөрмәткә сорналған әни, нәнәй, ҡартнәнәй булыу шатлығы уны бәхетле итә.

Фәниә Ғилметдин ҡыҙы һуғыш алды йылында Бурлы ауылында тыуып үҫә. Шул осорҙа тыуған барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек уға аслығын да, яланғаслығын да татып үҫергә тура килә. Ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, аң-белемгә ынтылышы көслө була уның. Тыуған ауылы мәктәбен тамамлағас, бәләкәйҙән рус теле уҡытыусыһы булырға хыялланған ҡыҙ Өфөләге пединститутҡа документтарын тапшыра. Әммә имтихандары буйынса бер балл ғына етмәй, икенсе факультетта уҡырға өгөтләһәләр ҙә, ризалашмай, шулай итеп, бала саҡ хыялы тормошҡа ашмай ҡала. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, һуғыштан һуңғы осорҙа колхозды аяҡҡа баҫтырыуҙа, һәр төрлө эштәрҙә уңғанлыҡ күрһәтә. Тыуған мәктәбендә пионервожатый булып эшләп тә ала.
Артабан хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы теген фабрикаһында да-уам итә. Тап ошонда эшләп йөрөгәндә, 1959 йылдың ғинуарында яҙмышында көтөлмәгән хәл була. Бер-береһе менән күрешеп йөрөгән Еҙем-Ҡаран ауылы егете Рәис Йомағолов тимерҙе ҡыҙыуында һуға, өйләнешеү ҡарары менән ҡыҙ янына килеп, һөйгәнен ауылға алып ҡайта. Ауылда Йомағоловтар ғаиләһе барлыҡҡа килеп, һәр кемгә өлгө булып, 52 йыл бергә матур ғүмер кисергәндәр. Әммә ғаилә башлығы Рәис Йәләлетдин улы бынан 10 йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Ғаиләлә бер-бер артлы өс балалары – Раил, Рәйлә, Рәмил донъяға килә. Хәҙер улар үҙҙәре күптән атай-әсәй, олатай-өләсәй ҙә. Фәниә апай әние Вәсбикамалды үҙе янына алып, тормош иптәше менән 33 йыл хәстәрлек күрһәтеп йәшәп, матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатҡандар. Еҙем-Ҡаран ауылы килене хәҙер бында күптән үҙ кешегә әйләнгән. Фәниә апай 3 ейән, 2 ейәнсәрҙең, 3 бүлә, 1 бүләсәрҙең һөйөклө нәнәй, ҡартнәнәйе лә.
Тырыш, уңған, һәр эште еренә еткереп башҡарырға күнеккән Фәниә Ғилметдин ҡыҙы Еҙем-Ҡаранға килен булып төшкәс, мәктәптә пионервожатый, теген оҫтаханаһында тегенсе лә була. Мәктәпкә эштәр башҡарыусы (делопроизводитель) итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул хаҡлы ялға сыҡҡансы ике тиҫтә йыл һуҙымында лайыҡлы хеҙмәт итә.
-Бала сағымда һуғыш афәте күреп үҫһәм дә, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыһам да, Аллаға шөкөр, ҡартлығым бәхетле. Үҙебеҙҙең, йәғни атай нигеҙе янында яңы йорт һалып сыҡҡан улым Раил һәм киленем Зөлфиә менән бергә татыулыҡта йәшәйбеҙ. Ейәнем Рөстәм, киленем Айгөл, бүләрҙәрем дә янымда. Балаларымдың башҡалары ла йыш ҡунаҡ. Инде үҙҙәре олатай-өләсәй булған балаларым, килен-кейәүҙәрем хөрмәт итә, ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем өҙөлөп тора. Киленем менән һүҙгә килешкәнебеҙ, йәмһеҙләшкәнебеҙ юҡ, бигерәк тә уның ярҙамын, хәстәрлеген тойоп йәшәйем, уға һәм балаларыма рәхмәтлемен. Балаларым – шатлыҡтарым, татыулыҡта йәшәгәс, үҙемде бәхетле тоям, тимәк, дөрөҫ тәрбиә биргәнбеҙ, - ти, ҡыуанысы менән уртаҡлашып, бәхетле әсә Фәниә Ғилметдин ҡыҙы.
Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған, тик яҡшылыҡ ҡына уйлап йәшәгән зирәк Фәниә апай һәр атҡан таңға, тыныс, иркен тормошҡа шөкөр итеп, балаларына изгелек орлоҡтары сәсеп, нурлы йорттарының ҡотон һаҡлап, тотҡаһы булып, өс быуынды бергә туплап, сабырлыҡ өлгөһө булып ғүмер йомғағын һүтә.
Читайте нас в