-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2020, 12:40

Донъя күрке - әсәй эргәһендә, әсә ҡарашының наҙында...

Һәр кем был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә. Ҡатын-ҡыҙҙың маҡтаулы вазифаһы, изге бурысы – ул әсә булыу - балалар табып үҫтереп, кешелекте дауам итеү.

Быйыл “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Имәндәш ауылында йәшәүсе Айгөл Миңнислам ҡыҙы Түзбәкова тормош иптәше Закир Зөбәйер улы менән береһенән-икенсеһе сибәрерәк 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Татыу ғаиләлә үҫкән балаларҙың иң өлкәндәре – ҡыҙҙары 22 һәм 20 йәшлек Зәлиә менән Гөлдәриә үҙҙәренең күңеленә ятҡан һөнәрҙәр һайлап, Сочи ҡалаһында эшләп йөрөйҙәр. Улдары Имәндәш мәктәбендә, Динислам – 8-се, Фиҙәрис 5-се класта уҡый. 5 йәшлек Мәликә менән 3 йәшлек Камилла балалар баҡсаһына йөрөй. Ғәзиз сабыйҙарының һәр береһе ғаиләлә көтөп алынған, һөйөү, хәстәрлек, наҙ менән солғанған.
Түзбәковтар 6 балаға атай-инәй булырбыҙ тип уйламаған да.
30 йәшкә тиклем 4 балаға ғүмер биргән әсә, ғаилә башлығы ла уйға ҡала: ҡыҙҙарының өлкәндәре мәктәпте тамамлар ваҡыт етер. Улар артынан малайҙары буй еткерер. Ғәзиздәренең бер-бер артлы ояларынан осоп сығып китер мәл дә оҙаҡ көттөрмәҫ. Шунда улар япа-яңғыҙ ҡалырмы? Йөрәктәрендәге наҙҙы, һөйөүҙе кемгә өләшерҙәр һуң? Күҙҙәрен талдырып тәҙрәгә бағып, йән киҫәктәренең, исмаһам, береһе генә ҡайтып инеүен мөлдөрәп көтөрҙәрме ни? Ана шулай Мәликә донъяға килә. Бер аҙҙан, ҡыҙҙарына иптәш, тиҫтер булһын тип, һеңле алып ҡайталар. Сәскәләй ике бәләкәсте апай-ағайҙары ҡулдан төшөрмәй. Ипле, сабыр, тыныс, үҙ-ара татыу мөнәсәбәттә булған атай-инәйҙәре эргәһендә үҫкән балалар ҙа үҙ-ара дуҫ-татыуҙар, ололарҙы ололай, кеселәрҙе кеселәй беләләр.
- Бик йәшләй генә тормош ҡороп, бер-бер артлы сабыйҙарым донъяға килгәс, уларҙы ҡарауҙың ауырлығын бер ҙә тойманым. Сөнки балаларҙы ҡарашыуҙа ҡәйнәм Миңниса Байгилде ҡыҙы (хәҙер мәрхүмә инде, йәне йәннәттә булһын!) ныҡлы терәгем-таянысым булды, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе, сабый бағыуҙың бар нескәлектәрен унан өйрәндем. Үҙе 5 улдың инәһе булараҡ, ҡыҙ һөйөү теләге менән йәшәгән, ҡыҙҙарымды ҡулыма тейҙермәй, наҙлап-иркәләп хәстәрлек күрһәтте. Тормош иптәшем, ҡәйнештәрем дә үҙҙәре үҫкән ғаиләлә гел ир заттары булғас, ҡыҙҙарҙы яратып ҡараштылар, - ти бәхетле инәй Айгөл.
Бынан 7 йыл элек үҙ көстәре менән, Әсәлек капиталын ҡулланып, һалып ингән ҙур, иркен, күркәм, нурлы йортта 23 йыл татыулыҡта йәшәй Түзбәковтар ғаиләһе. Тау битләүендә урынлашҡан яңы урамдағы өйҙәре газ менән йылытыла, һыу ҙа өйҙә, крандан йылы һыу ҙа аға, аш-һыу бүлмәһе, зал да иркен. Ҡалалағыса башҡа уңайлыҡтарҙы булдырыу өсөн ғаилә башлығы блоктарҙан төкәтмә лә төҙөгән, киләһе йылға эшләп бөтөргә уйлаша. Тамырҙары менән Имәндәштән булған (инәһе менән әсәһе ошо ауылдыҡы), Яҡутияла тыуып, Шишмә районында үҫеп, буй еткереп, Имәндәшкә килен булып төшкән Айгөл һынатмай, бөтмөрлөгө, егәрлелеге менән айырыла. Башта ауыл клубы һәм китапханаһында йыйыштырыусы булып эшләп, артабан Өфөләге китапхана колледжында уҡып, дипломға эйә була. Бөгөн Айгөл ауыл китапханаһында китапханасы. Ауыл клубында ойошторолған “Әхирәттәр” фольклор төркөмөнөң әүҙем ағзаһы ла.
Бына шулай, әсә һөйөүе, наҙы – ғаилә именлегенең нигеҙе булыуын аңлаған Айгөл Түзбәкова ла ышаныслы ғаилә тотҡаһы - тормош юлдашы менән бергә балаларын һөйөүгә сорнап, һәр ҡайһыһына йөрәк йылыһын тигеҙ өләшеп, бәхетле итеп үҫтерергә тырыша.

Читайте нас в