-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2020, 17:55

Изге әсә лә, уңған эшсе лә… Күршем хаҡында һүҙем

Ауылыбыҙҙа ихтирамға лайыҡ, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләр бихисап. Бөгөнгө яҙмам шулар араһынан күршем Фәнүзә Рауил ҡыҙы Кәримованың үҙе, ғаиләһе хаҡында.

Яңғыҙҡайын ауылында ябай колхозсы Рауил һәм Ғәлибә Мәзитовтарҙың ишле ғаиләһендә 1968 йылда икенсе бала булып донъяға ауаз һала Фәнүзә. Бәләкәйҙән сос, теремек була. Ныҡлы ҡул араһына ингәс, дәрестән һуң фермаға барып, әсәһенә һыйыр һауыша. Әсәһе Ғәлибә апай колхозда сөгөлдөр ҙә үҫтерә, алдынғы һауынсы була, 1975 йылда, һөт һауып алыу буйынса 4000 кг сиген үткән һауынсыға “Хеҙмәт даны” ордены бирәләр. Атаһы Рауил ағай ҙа колхозда шофер булып эшләй. Ул бик иртә, 54 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә.
Бала саҡтан уҡ хыялында йөрөткән уҡытыусы һөнәрен тормошҡа ашыра Фәнүзә. 1987 йылда Салауат педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә бу-йынса башланғыс класс уҡытыусыһы булып Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенә эшкә килә.
- Үҙем кеүек йәш коллегам Таңсулпан Суфиянова менән мәктәп фатирында йәшәп киттек. Тик ҡыш еткәс, мейескә яғырға утын бөттө. Шул ваҡытта ярҙамға ике йәш егет килде, - тип хәтерләй йәшлеген Фәнүзә Рауил ҡыҙы.
Үҙе кеүек һомғол кәүҙәле сибәр уҡытыусыға күҙе төшә Фәнилдең. Оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешеп тә ҡуялар, гөрләтеп туй яһайҙар. 1988 йылда улдары Альберт донъяға килә. Фәнилдең ата-әсәһе Фәрит ағай менән Тәнзилә апай ҡыҙҙары кеүек ҡабул итә киленде. Сөнки улар 4 ул үҫтерәләр, ҡыҙҙары ғына булмай. 1990 йылда йорт һалып инәләр. Фәнүзә Рауил ҡыҙы юғары белем алыу теләге менән 1991 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә һәм шул йылда уҡ юғары синыфтарҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай, бөгөнгө көнгә тиклем эшләп йөрөй.
Үҙ-үҙенә талапсан, тура һүҙле, ғәҙел, көслө рухлы уҡытыусы балаларға бар белемен һәм оҫталығын һала. Уның кабинеты төрлө методик йыһаздар менән биҙәлгән, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, уҡытыусы һөнәрен һайлаусы уҡыусылары ла байтаҡ.
Фәнүзә Рауил ҡыҙы 1990 йылдан бирле мәктәптең профком рәйесе эшен алып бара. Мәктәптә үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша, мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сығыш яһарға ла өлгөрә. Быны 33 йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусының төрлө йылдарҙа алған Маҡтау ҡағыҙҙары раҫлай, ә иң юғары баһа - 2015 йылда бирелгән “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы билдәлер, моғайын.
Ошо арауыҡта улар тормош иптәше Фәнил Фәрит улы менән тағы ла ике балаға ғүмер бирәләр. 2000 йылда ҡыҙҙары Алһыу тыуа. 11-се класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһы медицина колледжының 4-се курс студенткаһы. Яңыраҡ ҡына ҡала егете Олег Игоревичҡа тормошҡа сыҡты. Быйыл 11-се класты тамамлаған Айбулат электрикка уҡып йөрөй.
Оло улдары Альберт 11-се класты тамамлағас, газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 1 йыл хеҙмәтен тултырғас, 2 йыл Чечняла контракт буйынса хеҙмәт итә. Осетия-Грузия хәрби бәрелеше ваҡытында тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнаша. “Хәрби бәрелештәр ветераны” тигән миҙалы бар. Бәләкәйҙән үк мин ауылда йәшәйем, ҡырға сығып китмәйем тигән хыялын тормошҡа ашыра. 2012 йылда үҙе менән бер мәктәптә уҡыған Антонина Анатольевнаға өйләнә, тыуған йорто ҡаршыһында ғына, олаталары нигеҙенә йорт һалып инәләр. Яңы донъя төҙөүҙә бигерәк тә атай-әсәйҙең ярҙамы ҙур була.
Килен ҡәйнә буҫағаһынан, тиҙәр, Антонина ла ҡәйнәһенә оҡшап егәрле, бөхтә, мәктәптә биология-химия фәндәренән уҡыта. Өс ҡыҙ үҫтерәләр: Азалия 2-се класта уҡый, Алиса менән Амалия балалар баҡсаһына йөрөй.
Кәртәләренә инһәң, бөтә нәмә үҙ урынында: газ, һыу үткән мөһабәт йорт, өр-яңы мунса, һарай һ.б. Ҡапҡа төбөнән үк хуш еҫле, аллы-гөллө сәскәләр, балалар майҙансығы ҡаршылай. Альберт Фәнил улын “алтын ҡуллы” тиҙәр. Бигерәк тә техниканы ярата, үҙе мини-трактор эшләп алған. Тракторҙың сапҡысы, тырмаһы, арбаһы уның оҫта ҡулдары менән эшләнгән, кешеләргә лә ярҙамсыл.
Фәнүзә Рауил ҡыҙы туған йәнле, ҙур апай итеп унан кәңәш һорайҙар, хәл белешеп торалар. 2005 йылда яңғыҙ ҡалған әсәһен күсереп килтерә. 15 йыл ҡарап һуңғы юлға оҙатты быйыл. Ғәлибә апай бик актив кеше булды. Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, үҙешмәкәр түңәрәктә, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша ине.
Шулай уҡ ҡайныһы менән ҡәйнәһенә лә терәк булып, һуңғы юлға оҙатҡансы ҡарарға тура килә уларға. Тынғыһыҙ һәм яуаплы, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ уҡытыусы эшенән һуң, үҙ балаларын тәрбиәләүгә һәм хужалыҡтағы аҙбар тулы малды ҡарарға ныҡлы таянысы - тормош иптәше Фәниле бар, ул тәүҙә колхозда, унан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә ут яғыусы булып эшләй. Бөгөнгө көндә уларҙың донъяһы бөтөн, заманса йыһазландырылған, газ, һыу үткән, ҡапҡа төбөнән өйгәсә сәскәләр аллеяһы буйлап атлайһың, сальпиглоссис, брахикома, агератум һәм башҡа сәскәләр күҙҙең яуын алалар.
- Эшемдән ҡала сәскә үҫтереү – иң яратҡан шөғөлөм, эш бүлмәмдә лә гөлдәр үҫтерергә яратам, - ти егәрле мөғәллимә. Баҡсаһында, теплицаһында ла йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш ала улар.
Бына шундай күршеләребеҙ булы-уына беҙ бик шатбыҙ, йәштәрҙе ауылда төпләндереү, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, уларға ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙып, аяҡҡа баҫтырыу һәр ата-әсәнең изге бурысы, тип һанайбыҙ.
Әлфиә ИСҠУЖИНА,
хеҙмәт ветераны.
Еҙем-Ҡаран ауылы.
Читайте нас в