-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2020, 11:00

Рәхмәт һеҙгә, әсәләр!

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр!

Ысын күңелдән һеҙҙе иң йылы һәм изге байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ҡотлайым! Әсә – һәр беребеҙ өсөн донъялағы иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө кеше, беҙҙең тәүге тәрбиәсебеҙ, аҡыллы кәңәшсебеҙ һәм тоғро дуҫыбыҙ. Әсәләр һөйөүе беҙгә көс һәм ышаныс бирә, әсә хәстәре бар ауырлыҡтарҙы еңергә, уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә.
Хәҙерге заман әсәләре төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләгән һөнәрмәндәр генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙың мөҡәддәс бурысы – ғаилә усағын, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, әхләҡи нигеҙҙәребеҙҙе һаҡлаусы ла, балаларын ысын кеше итеп үҫтереүсе лә.
Күп балалы әсәләргә, шулай уҡ ата-әсә наҙынан мәхрүм булған сабыйҙарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алғандарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Күңел йылығыҙ, түҙемлелек, сабырлыҡ талап иткән хеҙмәтегеҙ алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балаларығыҙҙың һөйөүенә төрөнөп, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в