-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Декабрь 2020, 18:40

Өлкәндәрҙе хәстәрләп

10 ноябрҙән Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров республикала 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы башланыу тураһында хәбәр иткәйне.

Ошо ҡарарға ярашлы үткән аҙнала район хакимиәте “Изгелек шишмәһе” автономлы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, район эске эштәр бүлеге, ирекмәндәр менән берлектә оло йәштәгеләрҙең хәл-торошон, йәшәйештәрен белешеү маҡсатында рейд ойошторҙо.
“Изгелек шишмәһе” үҙәге хеҙмәткәре Гөлсәсәк Фәрүәз ҡыҙы Ҡотова, полицияның өлкән лейтенанты, район эске эштәр бүлегенең административ ҡануниәтте үтәү буйынса өлкән инспекторы Жанна Абдылхаировна Кабдугалиева, Балалар ижады үҙәгенән ирекмәндәр Лилиә Рәхмәтуллина менән Салауат Фәйрузов рейд ваҡытында иң тәүҙә үҙҙәре менән таныштырып, өлкәндәргә ҡыҫҡаса әлеге ваҡиғаларҙы аңлатты, уларҙың режимды үтәүҙәре, аҙыҡ-түлеккә, дарыуҙарға мохтажлыҡтары хаҡында белештеләр, кәрәк саҡта шылтыратыу өсөн телефон номерҙарын да ҡалдырҙылар.
Был көндө ойошторолған рейд Фрунзе урамындағы күп фатирлы йорттарҙағы йәше 65-тән юғары өлкәндәргә тәғәйенләнгән ине. Әлеге ҡатмарлы осорҙа өлкәндәргә айырыуса иғтибарлы булып, яҡшы мөнәсәбәт, йылы һүҙ менән күңелдәрен күтәреү ҙә кәрәк шул.
Бындай ваҡытта берҙәм һәм аңлы эш итеп, бер кем дә үҙен яңғыҙ тоймаһын өсөн бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу мөһим эштәрҙең береһе булып торалыр.
Читайте нас в