-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Декабрь 2020, 13:55

Ғәзиз әсәләргә дан йырланды

Уҙған йомала район мәҙәниәт һарайында донъялағы иң изге, ғәзиз йәндәр - әсәйҙәргә арналған тантаналы сара Әсә көнөнә арналды. Кисәлә күмәк балалы әсәләр тәбрикләнде (билдәле сәбәптәр арҡаһында сарала һанаулы ғына кеше ҡатнашты). Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов кисәлә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы матур байрам – Әсә көнө менән тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Дүрт әсәне “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләне һәм Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Бындай ҙур награда – “Әсәлек даны” миҙалы менән Яугилде ауылынан Гөлнара Әлтәф ҡыҙы Нәзирова, Еректән Әлфиә Ришат ҡыҙы Кәримова, Ҡолҡандан Гөлсинә Нуриәхмәт ҡыҙы Вәлиева, Красноусолдан Татьяна Васильевна Ваганова бүләкләнеп, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Был көндө шулай уҡ ғаиләһе менән һөнәри эшмәкәрлеген бер юлы уңышлы алып барыусы, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы бер төркөм ҡатын-ҡыҙ - күп балалы әсәләр БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булды. Улар: Земфира Фәрғәт ҡыҙы Сәфәрғәлина, Сулпан Фахразый ҡыҙы Ҡолманова, Гүзәлиә Әсҡәт ҡыҙы Хәйруллина, Лариса Петровна Дәүләтшина, Динара Абаевна Кулагина, Зөлфиә Зәбихулла ҡыҙы Таһирова.
Әсәйҙәргә Гөлнара Заһиҙуллина, Гөлфирә Бәширова, Фәнзил Ғәлин, Хызыр Нәзиров, Ҡадир Ишбулдин, “Перевал” вокал-инструменталь ансамбле оҙатыуында Марс Хәйруллин йырҙарын бүләк итте, Гөлшат Вәлиева, Рәмил Ғимрани, Рәмзиә Юлмөхәмәтова, Елена Рябова, Луиза Новорай шиғырҙар уҡыны. Кисәне Наил Вәлиев баян моңдары менән биҙәне.
Читайте нас в