-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2020, 16:30

Ғафури шахматсыһы көслөләр иҫәбендә

21 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының шахмат Федерацияһы командаһы U16 Халыҡ-ара балалар шахмат лигаһында ҡатнашты.

Республиканың йыйылма командаһы Төркиә, Эквадор, Перу, Америка, Германия һәм башҡа илдәрҙе артта ҡалдырып ышаныслы еңеү яуланы. Икенсе урындан айырмалы рәүештә 69 мәрәй тәшкил итте. Турнир ҡағиҙәһе буйынса, команданың 5 иң шәп уйынсыһының мәрәйҙәре команда иҫәбенә керетелде.
Красноусолдағы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Даниил Никифоров (тренеры Наталья Проценко) команда өсөн 32 мәрәй йыйып, Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһында “Иң яҡшы биш уйынсы” тип танылды.
Даниилды һәйбәт һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ, киләсәккә яңы уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Наталья ПРОЦЕНКО,
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренеры.
Читайте нас в