-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2020, 13:40

Ҡаһарманлыҡтары үлемһеҙ...

3 декабрҙә беҙ фронтта һәләк булып, исемдәрен асыҡлау мөмкин булмаған яугирҙарҙы иҫкә алабыҙ. Тап ошо көндөң һайланыуы осраҡлы түгел. 1966 йылдың 3 декабрендә билдәһеҙ һалдаттың кәүҙәһе, туғандар ҡәберлегенән алынып, Мәскәүҙең Александр баҡсаһында, Кремль стенаһы янында тантаналы рәүештә ерләнә. Билдәһеҙ һалдат ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған плитәлә шундай яҙыу бар: “Һинең исемең билдәһеҙ. Ҡаһарманлығың үлемһеҙ”.

1967 йылдың 8 майында был ҡәбер урынында “Билдәһеҙ Һалдат ҡәбере” тигән мемориаль архитектура ансамбле асыла. Ошо уҡ көндә бында Мәңгелек ут тоҡандырыла.
Тарихҡа күҙ һалһаң, һуғыштарҙа һанһыҙ күп яугирҙар башын һалған һәм уларҙың кәүҙәләре лә ҡалмаған йәки ҡалғандарын да таныу мөмкин түгел. 20-се быуатта иһә тотош милләттәр һәм дәүләттәр барлыҡ һәләк булған һалдаттарҙы хөрмәт һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алыу йөҙөнән Билдәһеҙ һалдат һәйкәлдәре урынлаштырып, үҙенсәлекле йолаға нигеҙ һалды.
Үткән йома, 27 ноябрҙә Балалар ижады үҙәге ирекмәндәре: Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Динислам Басиров, Илдар Сәйфуллин, Илдар Зәйнетдинов, Динис Шәмсетдинов, Әмир Кәлимуллин, Илүзә Мөхәмәтйәнова, Альбина Йәнмырҙина, Азалия Йомағолова, Әҙилә Баязитова, Айгүзәл Абдуллина (етәкселәре Д.Т.Борханова), Красноусолдағы 2-се урта мәктәптән Арианна Аҙнабаева, Гөлзиә Ҡотлобаева (етәкселәре А.М.Фәйзуллина) запастағы офицер Андрей Павлович Мигунов менән осрашты. Беҙ ра-
йон үҙәгендәге яңыртылған һәм Билдәһеҙ һалдат һәйкәле урынлаштырылған Ватан Ҡаһармандары Аллеяһында булдыҡ. Яу яландарында батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙар хөрмәтенә үҫмерҙәр шәмдәр яндырҙы һәм бер минут тын торҙо.
Андрей Павлович яҡташыбыҙ, Бурлы ауылында тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповтың тормош юлы хаҡында һөйләне, уның бала саҡтан уҡ офицер булырға хыялланыуы хаҡында әйтте. Фәрүәт Яҡупов үҙ Ватанының батыр, лайыҡлы улы булған. Ул ни бары илле йәш йәшәгән, әммә ғүмере хәүеф, ауыр һынауҙар һәм татлы еңеү мәлдәре менән тулы булған, сағыу үткән.
Фәрүәт Абдулла улы Грозный ҡалаһынан Мәскәүҙең Внуково аэропортына килеп төшкән ТУ-154 самолетында аманатҡа алынған пассажирҙарҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Монголияла хеҙмәт итә, 1983 йылда Афғанстанға ебәрелә. Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәттән һуң ул яҙмышын көс структураларында хеҙмәт итеү менән бәйләй. Күп тапҡырҙар ҡыҙыу нөктәләрҙә һуғышсан бурыс үтәй.
Йәш быуын фашис-тар менән алышта ғүмерен аямаған һалдат ҡаһарманлығын, Еңеүҙе яҡынайтышҡан тыл эшсәне ҡаһарманлығын һис онотмаҫ. Йәш быуындың бурысы – ошо ҡаһарманлыҡты хәтерҙән сығармау, ныҡлыҡты, батырлыҡты, үҙ Ватаныңа сикһеҙ һөйөүҙе хөрмәт итеү, Тыуған илен яҡлап ғүмерен биргән, әммә исеме билдәһеҙ ҡалғандарҙы иҫтә тотоу.
Тыуған иле өсөн һәләк булған һалдаттарҙың йәне торнаға әүерелә имеш, тиҙәр. Был матур, мөһабәт ҡоштар алыҫта ҡала барған һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған яугирҙарҙың үлемһеҙлеге символына әйләнде. Күп яугирҙарыбыҙҙың исеме һаман да билдәһеҙ булып ҡала бирә…
Динара БОРХАНОВА,
өҫтәмә белем биреү
педагогы.
Читайте нас в