-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2020, 14:45

Йөҙимәндәргә кем эйәрә? Әйҙәгеҙ, сиратта кемдәр..? Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбе коллективында барыһы ла “Табын”ға яҙылған

-“Табын” район гәзитенә, ғәҙәттә, йылдың-йылы тип әйтерлек бөтә коллектив менән яҙылырға тырышабыҙ, киләһе йылға ла тулыһынса яҙылып ҡуйҙыҡ, - тип ҡаршыланылар беҙҙе Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән 9 йыллыҡ мәктәбендә.

Коллектив 25 кешене берләштерә. “Йәйғор” балалар баҡсаһы ла мәктәп бинаһының бер яҡ өлөшөнән урын алған. Бөгөн мәктәптә Йөҙимән, Имәнлек, Уҫман ауылдарынан 67 бала белем ала. 11 уҡытыусы уҡыта. Педагогтарҙың барыһы ла юғары белемле, 5-һе – юғары, ҡалғандары I категорияға эйә. 3 уҡытыусы “Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы” билдәһенә лайыҡ булған. Күптәре 20 йылдан ашыу хеҙмәт стажлы мөғәллимдәр. Уҡытыусылар араһында бар ғүмерен уҡыусыларға инглиз теле серҙәрен асҡан, иң ҙур - 38 йыл педагогик хеҙмәт стажға эйә Рима Ғайса ҡыҙы Шәмсетдинова булһа, йәш белгес – башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгүзәл Ғәбдиева яңы ғына эш башлаған. Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы Иҙрисова – 35, Сәйетбабанан йөрөп эшләүсе биология уҡытыусыһы Гөлшат Шәһит ҡыҙы Мусина 34 йыл балаларға үҙ фәндәре серен аса. Мәктәп коллективы менән 8 йыл Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкселек итә. Уның да дөйөм педагогик эшмәкәрлеге 32 йыл тәшкил итә.Мәктәп спорт буйынса район кимәлендә алдынғылар иҫәбендә. Физкультура уҡытыусыһы Дамир Ғәбделхай улы Сәфиуллиндың уҡыусылары районда, шулай уҡ республикала үткән бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Бына, мәҫәлән, 7 “А” класс уҡыусыһы Розалия Зәйнетдинова спорт буйынса Башҡортостан призеры булып танылған, миҙал һәм Диплом менән бүләкләнгән. Ю.А.Гагарин исемендәге кубокка физкультура, математика, тарих буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөрә. Мәктәптең алдынғы уҡыусылары 8-се кластан Айзилә Зәйнетдинова менән Эмиль Ғәбдиев та спортта һынатмайҙар. Эмиль оҫта йырсы ла. 9-сы класс уҡыусыһы Илмира Шәмсетдинова Ю.А.Гагарин исемендәге кубокка олимпиадаларҙа, шиғыр һөйләүселәр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай.Уҡыусылар мәк-тәп ашханаһында туҡландырыла. Уларҙы ашнаҡсылар Гөлнур Зәйнетдинова, Миләүшә Шәмсетдинова, Венера Сәйфуллина тәмле аштары менән һыйлай. Ашханала уҡыусылар сәйҙе баллап эсә. Йөҙимән ауы-лында күпләп умарта тотҡан, күмәк - 9 балалы Гөлдәр менән Миңлеғәле Садиҡовтар ғаиләһе йылдың-йылы ярҙам йөҙөнән мәктәпте бал менән тәьмин итеп тора. Ә күпләп мал аҫраусы ауыл фермерҙары Гөлнар менән Илгиз Вәғизовтар ит менән ярҙам ҡулы һуҙа. Уларҙың балалар хаҡына был матур башланғыстары маҡтауға лайыҡ. Бына шулай мәктәп тулы тормош менән йәшәй. Һәм, әлбиттә, иң мөһиме, бар коллектив менән “Табын” гәзитен уҡыйҙар!
Читайте нас в