-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2020, 12:00

Яңы йылды – яңы фатирҙа Етем һәм инвалид балаларға фатир сертификаттары тапшырылды

2 декабрҙә район хакимиәтенең кәңәшмәләр залында тантаналы шарттарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ торлаҡҡа мохтажлыҡ кисергән инвалидтарға һәм инвалид балаһы булған ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Бына шулай хөкүмәт социаль йәһәттән яҡланмаған граждандарға ярҙам ҡулы һуҙа. Тап ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең ҡыҫҡаса тәбрик һүҙендә әйтеп үтте һәм районыбыҙҙың бындай категория граждандарға фатир сертификаттары тапшырыу быйыл икенсегә үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Барлыҡ йыйылыу-сыларҙы йылы тәбрикләп, Фәнзил Фәйез улы, был иҫтәлекле көндөң һәр кем – балалар өсөн дә, уларҙың ата-әсәләрен алыштырған өлкәндәр өсөн дә бик тә шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс булыуын билдәләп үтте. Шулай уҡ айырым хәстәрлеккә мохтаж мөмкинлектәре сикле балаларға ла. Артабан район башлығы сертификаттарға эйә булыусыларға төбәп, хөкүмәт тарафынан уларға күрһәтелгән хәстәрлеккә тик яҡшылыҡ, намыҫлы хеҙмәт һәм башланғыстарға ынтылыш менән яуап биреүҙәрен теләне.-Үҙ фатирығыҙ ишеген асып инеп, матур итеп, яҡшы кәйеф менән йәшәй башлағыҙ, ғаилә ҡороғоҙ, балалар табығыҙ һәм бәхетле йәшәгеҙ, - тигән изге теләктәрен еткерҙе Фәнзил Фәйез улы. – Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек, уңыштар теләйем һәм һеҙҙең йорт усағының уты бер ваҡытта ла һүнмәһен-һүрелмәһен. Әлеге еңел булмаған, коронавирус менән бәйле ваҡытта бигерәк тә, үҙегеҙҙе һәм бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ. Һеҙ йыл аҙағында сертификат алыу бәхетенә эйә булдығыҙ, шуға ла барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым. Ул ғаиләләргә шатлыҡ, именлек, үҙ-ара аңлашыу һәм уңыштар алып килһен.Һәм Фәнзил Сыңғыҙов көслө алҡыштар аҫтында бәхетлеләргә сертификаттар тапшырҙы. Бына кемдәр улар, өр-яңы фатир хужалары: Земфира Заһир ҡыҙы Йәғәфәрова, Евгений Андреевич Йәнмырҙин, ағалы-һеңлеле Татьяна Степановна менән Дмитрий Степанович Раяновтар, Гөлнур Зиннур ҡыҙы Хәсәнова, Алина Миңләхәт ҡыҙы Килмөхәмәтова, Зиннур Нәсибулла улы Хәсәнов, Илназ Хәсән улы Йәғәфәров, Алмаз Ниғмәтйән улы Юламанов, Эльмира Ғәлинур ҡыҙы Нуриева, Илгиз Илдар улы Салауатов, Елена Евгеньевна Чушкина, Гөлназ Ринат ҡыҙы Хәсәнова, Фиҙәрис Хәсән улы Мансуров, Эльвир Ғәлил улы Уразбахтин, Әминә Иҙрис ҡыҙы Ғәҙелшина, Евгений Николаевич Злобин, Владислав Геннадиевич Москвин (Уренев).Уларға фатирҙар Красноусолдағы ошондай йорттарҙан бүленгән: Фрунзе урамы, 50 А, Кейекбаев, 25 А, Соҡор урамы, 2, Лубат биҫтәһендәге Мостай Кәрим урамы, 37-се йорт һәм бер фатир Курорт ауылы, Урман урамы, 21-се йорт.Сара һуңында район мәҙәниәт һарайы музыканты Сергей Князев саксофон моңдарын бүләк итте. Тантананан барыһы ла бик ҡәнәғәт ҡалып, үҙҙәре хаҡында хәстәрлек күргән хөкүмәткә һәм район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙовҡа рәхмәтле булып таралышты. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ сатҡылары, хатта ҡайһыларының күҙҙәрендә һөйөнөс йәштәре сағыла ине. Ысынлап та, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ фатиры булыуы бәхеттең иң олоһо! Фатирҙарығыҙ ҡотло булһын һәм бәхетле, имен йәшәргә яҙһын!
Читайте нас в