-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2020, 15:35

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Олоғайған һайын кешеләр араһында татыулыҡ, йылы мөнәсәбәттең ни ҡәҙәр кәрәк икәнлеге ныҡ беленә икән.

Өлкән йәштәгеләр көнөндә Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 5-се класс уҡыусылары тәрбиәсе Л.Рәхимова етәкселегендә сәскә гөлләмәләре тотоп килеп инделәр. Улар үткән йылда ла килгәйне. Күңел күтәренке – ҡотланылар, иҫәнлек-һаулыҡ теләнеләр, фотоға төштөк. Уларҙан һуң уҡыусыларым – Рисәлә Шәйәхмәтова (Красноусол), Хәҙисә Рәхмәтуллина (Салауат ҡалаһынан) ҡотлап киттеләр. Балаларым, туғандарым, дуҫтарым телефондан шылтыратып ҡотлап һөйөндөрҙөләр.Уҡытыусы өсөн иң ҙур баһа – белем-тәрбиә биргән уҡыусыларыңдың тормошта намыҫлы, тырыш хеҙмәт итеп, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, Хоҙай биргән ғүмерҙе заяға үткәрмәй йәшәүселәр булыуы тип уйлайым мин.Миңә оло шатлыҡ килтергән уҡыусым, республикабыҙҙың арҙаҡлы ғалимы Ғиниәтулла Ҡунафиндың “Табын” гәзитендә сыҡҡан “Асыҡ хаты” булды. Рәхмәт яуһын үҙегеҙгә!Уҡыусыларым минең 88 йәшем тулған көндө лә ҡотланы. Олоғайған көнөмдә шундай шатлыҡтар, һөйөнөстәр бүләк итеүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Йылы һүҙ – йән аҙығы тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Мәҙинә ҒИБАҘУЛЛИНА.Красноусол ауылы.
Читайте нас в