-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2020, 11:55

Ауыл хужалығы - һүрәттәрҙә “Минең ерем – минең байлығым” республика конкурсында районыбыҙ уҡыусылары әүҙем ҡатнашты

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө сиктәрендә “Минең ерем – минең байлығым” тигән исем аҫтында уҙған балалар һүрәттәренең республика конкурсында ҡатнашыусылар тәбрикләнде.

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы Өфө ҡалаһындағы “БашИнком” НВП ЯСЙ-е һәм РФ Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан Республикаһы буйынса профсоюз ойошмаһы менән берлектә балалар араһында “Минең ерем – минең байлығым” тип аталған һүрәттәр конкурсы иғлан иткәйне. Конкурс 4 сентябрҙән 15 октябргә тиклем үтте. Ауыл хужалығы һөнәрҙәренең дәрәжә-абруйын күтәреү, балаларҙа ауыл хужалығына ҡыҙыҡһыныу уятыу – конкурстың төп маҡсаты булып торҙо.6-нан 12 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығындағы ижади бәйгелә беҙҙең райондан 22 уҡыусы үҙенең һүрәт төшөрөүгә маһирлығын иҫбатланы. Айырыуса үҙҙәренең ижад емештәрен тәҡдим иткән Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Красноусолдағы 1-се, 3-сө, Аҡкүл мәктәптәре һәм Табын коррекция мәктәп-интернаты йәш һәләттәре әүҙемлек күрһәткән.Республиканың 54 районы һәм 9 ҡалаһынан 400-гә яҡын баланың эштәре араһынан Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡыусыһы – Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Диана Түзбәкованың һүрәте жюри тарафынан иң-иңе тип баһаланып, 1-се урынға лайыҡ була. Ҡыҙ районда уҙған Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә БР Ауыл хужалығы министрлығының Дипломы һәм планшет менән бүләкләнде. Уның педагогы Н.А.Шәйҙуллина ла Дипломға лайыҡ булды.Конкурсҡа һүрәттәрен тәҡдим иткән балаларҙың барыһы ла министрлыҡтың Дип-ломына һәм дәртләндереү приздарына лайыҡ тип табылған. Күптән түгел “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һы директоры Юрий Александрович Родионов Аҡкүл һәм Табын ауылдары мәктәптәрендә булып, конкурста ҡатнашҡан йәш һәләттәргә үҙҙәренә инселәнгән бүләктәрҙе тапшырҙы. Барыһына ла уңыштар, артабан да ошондай конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулауҙарын теләне. Аҡкүл мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары София Әсәҙуллина, Алина Ишемйәрова (2-се кл.), Диана Вәлиуллина (4-се кл.) Юрий Александрович ҡулынан Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Никита Кулагин өйҙә уҡыу сәбәпле, улының бүләген әсәһе килеп алды. Уҡыусыларынан бигерәк мәктәптең рәсем уҡытыусыһы – “Йәш рәссам” түңәрәген алып барыусы Лидия Борисовна Петрова шатлығын йәшермәне. Ул үҙенең тәрбиәләнеүселәрен ихлас ҡотланы һәм артабан да, шулай уҡ башҡаларға ла, ҡатнашыу теләген еткерҙе. Табын коррекция мәктәп-интернатынан конкурста 11 бала ҡатнашырға йөрьәт иткән. 5-се класс уҡыусылары Дарья Герасимова, Динислам Ямалиев, Сергей Шеин, Даниил Тимофеевҡа тәғәйен бүләктәр тапшырылды. Башҡалары Роберт Насиров, Артур Фәтҡуллин, Юлай Хөбөтдинов, Юнир Шафиҡов, Данил Кириллов, Сергей Морозов, Александр Новиковтар дистанциялы уҡыуҙа булып ҡалды. Мәктәп етәкселеге тапшырасаҡ.Шулай уҡ Шамил Мәжитов, Рушан Суфиянов (Красноусолдағы 1-се урта мәктәп), Кристина Балашова, Полина Бойнукалын (Балалар ижады үҙәге), Азалия Мөхәмәтдинова, Изабелла Кравчук (Н.А.Мәжитов исемендәге КБГИ) Дипломдарға һәм дәртләндереү бүләктәренә эйә булды.
Читайте нас в