-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Декабрь 2020, 12:45

Ике шатлыҡ бергә килде

Мәҙәниәт һарайы һәм кинозал үҙ ишектәрен асты

Уҙған йомала, йәғни 4 декабрҙә районыбыҙ халҡы икеләтә шатлыҡ кисерҙе: тантаналы шарттарҙа яңыртылып, өр-яңы төҫ алған район Мәҙәниәт һарайы һәм “Көгөш” кинозалы асылды.
Мәҙәниәтф һарайы – ул ауыл кешеләренең ысын мәғәнәһендә ижтимағи һәм мәҙәни тормошо үҙәге, ижади осрашыу һәм аралашыу урыны, балаларҙың ғына түгел, һәр төрлө йәштәге кешеләрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү урыны булып тора. Шуға ла мәҙәни усаҡтың асылыуын район кешеләре түҙемһеҙлек менән көттө. Һәм, ниһайәт, оҙайлы капиталь ремонттан һуң, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә район мәҙәниәт һарайы үҙ ишектәрен асты. Дөйөм алғанда, капиталь ремонтҡа респуб-лика һәм район бюджетынан 39 млн һум тирәһе аҡса тотонолған. Бинаның тышы ғына түгел, эсе лә үҙгәреш кисергән: ҡыйығы йүнәтелгән, фасады яңыртылған, эске яҡтан биҙәү эштәре башҡарылған, яңы заманса яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары менән тулыландырылған, 360 урынға иҫәпләнгән тамаша залында уңайлы йомшаҡ креслолар урынлаштырылған.
Тантаналы сарала БР мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова, Ә.Абдразаҡов исемендәге Башҡортостан Киностудияһы ДАУ-ы директоры урынбаҫары Рөстәм Ринат улы Солтанғужин, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов ҡатнашты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең шатлығын уртаҡлашырға шулай уҡ район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ла килгәйне. Билдәле сәбәптәр менән бәйле, сара әҙ кеше ҡатнашлығында үтте.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, сәк-сәк, йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр менән ихлас ҡаршы алдылар.
Ҡунаҡтар башта фойелағы күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре (Юлыҡ, Ерек, Үтәк ауылы мәҙәниәт йорттары), Мәжит Ғафури һәм Жәлил Кейекбаев Йорт-музейҙары, ра-йон китапханаһы, Балалар ижады үҙәге үҙенсәлекле күргәҙмәләр әҙерләгән. Ҡул эштәре оҫтаһы Зилә Әхтәмованың таҫмалар менән ҡайылған картиналар күргәҙмәһе күҙҙең яуын ала. Рәссам балаларҙың ижади эштәре лә урын алған.
Артабан ҡунаҡтар тамаша залына үтте. Сәхнәлә урынлаштырылған 3Д форматындағы экрандан тыуған районыбыҙ тураһындағы видеофильмды тамаша ҡылды.
Кисә “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең бәләкәстәр төркөмө башҡарыуындағы “Еҙем буйы” (етәксеһе – А.Буранова) бейеүе менән асылды.
Сараны алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин барыһын да сәләмләгәндән һуң, һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирелде. Үҙенең тәбрик һүҙендә Фәнзил Фәйез улы күмәк көс менән бинаға йән өрөүҙәрен, йәм һәм күркәмлек индереүҙәрен билдәләп үтте. Яңырыу кисергән залдарҙа әүәлгесә байрам саралары уҙыр, ижади коллективтар эшләр, тине.
– Ғафури ере һәләттәргә бай, киләсәктә башҡа төбәктәрҙән килгән кешеләрҙең беҙҙең төйәгебеҙҙең бай тарихына ғына түгел, ә яҡташтарыбыҙҙың уникаль ижадына һоҡланыуҙарын теләйем. Районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда йәнә бер иҫтәлекле ваҡиғаны айырыуса һөйөнөс менән билдәләп үтәм. Бөгөн кинозал да асабыҙ! Беҙҙә яңы кинотехнологиялар барлыҡҡа килеүе шатлыҡлы күренеш, һәм, иманым камил, йәштәрҙе тап үҙебеҙҙә фильмдар ҡарарға йәлеп итәсәк. Иң мөһиме, хәҙер район кешеләренә Рәсәй һәм сит ил фильмдары премьераларын ҡалаға барып түгел, ә үҙебеҙҙә ҡарау мөмкин буласаҡ. Бөгөн беҙгә ошондай ҙур мөмкинлектәр биргән республика етәкселегенә, БР Мәҙәниәт министрлығына, подрядсы ойошмаларға ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине Фәнзил Сыңғыҙов.
Артабан Фәнзил Фәйез улы бер төркөм үҙ һөнәре оҫталары - хеҙмәт алдынғыларына район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Маҡтау ҡағыҙҙарына райондың мәҙәниәт өлкәһендә намыҫлы, емешле хеҙмәттәре һәм юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн район мәҙәниәт һарайының “Ғафури” халыҡ театры режиссеры Гөлфирә Тимерйән ҡыҙы Бәширова, Антоновка ауыл китапханаһы китапханасыһы Татьяна Анатольевна Трифонова, Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Роза Шаһиҙулла ҡыҙы Кәримова, Толпар ауыл клубының художество етәксеһе Гөлназ Хәким ҡыҙы Фәтҡотдинова, район мәҙәниәт һарайының ижади оҫтаханаһы мөдире Николай Николаевич Тихонов лайыҡ булды.
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ғафуриҙарҙы мөһим, иҫтәлекле ваҡиға менән тәбрикләне. Әминә Ивний ҡыҙы районыбыҙҙың кинозалдарға ярҙам буйынса Рәсәй Кино фонды конкурсында әүҙемлек күрһәтеп, ҡатнашыуҙарын юғары баһаланы. Был конкурста еңеү һөҙөмтәһендә 5 млн һумлыҡ грант отоп, ошондай күркәм киноконцерт залы булдырыуға өлгәшелеүен билдәләп үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре, Ғафури районы мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән район мәҙәниәт һарайының хужалыҡ бүлеге начальнигы Марат Фәрүәз улы Басариевты, “Эксклюзив” өлгөлө хореография коллективы етәксеһе Ольга Леонидовна Кирдееваны Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы, Мәндем ауыл клубының художество етәксеһе Гөлнара Хәннән ҡыҙы Аҡҡолованы, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының комплектлаусы китапханасыһы Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙы Заһиҙуллинаны, Сәйетбаба ауыл китапханаһы китапханасыһы Илһөйәр Шамил ҡыҙы Мортазинаны, район китапханаһы методисы Лилиә Булат ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаны Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Өй туйларға буш ҡул менән йөрөмәүҙәрен билдәләп, Мәҙәниәт министрлығы исеменән мәҙәниәт һарайына бүләк сертификаты тапшырҙы.
Байрамдың тулҡын-ландырғыс минуттары – ҡыҙыл таҫманы киҫеү мәле етте. Сәхнә түренә мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова менән район башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов саҡырылып, ҡыҙыл таҫма киҫелде һәм Мәҙәниәт һарайы менән кинозал файҙаланыуға тапшырылды. Ошо минуттан яңыртылған Мәҙәниәт һарайы ишектәре асыҡ тип иғлан ителә. Был күркәм йортобоҙ ысын мәғәнәһендә мәҙәниәт үҙәгенә әйләнһен, йыр-моңға күмелһен, тигән теләктәр яңғыраны.
Кисәне район Мәҙәниәт һарайы артистарының, ижади коллективтарҙың, үҙешмәкәрҙәрҙең сағыу сығыштары биҙәне.

Читайте нас в