-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Декабрь 2020, 18:40

Гәзит – көтөп алынған ҡунаҡ

Бурлы урта мәктәбе коллективы район гәзитенә берҙәм яҙылды

Бурлы урта мәктәбенең уҡытыусылар коллективы 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылып, "Коллектив менән - "Табын"ға" акцияһына дәррәү ҡушылды.
Мәктәптә йыл һайын район гәзитен берҙәм яҙылыу матур йолаға әйләнгән дә инде. Район баҫмаһынан тыш һәр кем үҙенең шулай уҡ яратып уҡыған республика гәзит-журналдарына ла яҙыла. Уҡыусылар, ата-әсәләр араһында ла гәзиткә яҙылыу буйынса эш әүҙем алып барыла.
"Районыбыҙ яңылыҡтарын ваҡытында еткереүсе, ҡыҙыҡлы мәҡәләләре менән ҡыуандырып тороусы гәзитебеҙ һәр йортта көтөп алынған ҡунаҡ. Яңы йылда "Табын"дың дуҫтары тағы ла артыуын, ишәйеүен теләйбеҙ",- ти тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова. Үҙенең эсенә егәрле, дәртле, заман менән бергә атлаған, бер ғаилә кеүек татыу 23 уҡытыусы, 5 тәрбиәсене туплаған Бурлы урта мәктәбе коллективына эштәрендә уңыштар, ижади үрҙәр теләп ҡалайыҡ.
Әлфиә СӘЛИМЙӘНОВА.
Бурлы ауылы.
Читайте нас в