+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Декабрь 2020, 16:45

“Табын”лы булһын һәр өй

Рәсәй Почтаһы бер өҙлөкһөҙ эшләүсе ойошмалар иҫәбенә инә. Был инде компания үҙ эшен бер көнгә лә туҡтата алмай тигәнде аңлата. Шуға ла коронавирус пандемияһы шарттарында ла федераль почта операторҙарына почта хеҙмәте күрһәтеү төп бурыс булып ҡала.

Әлеге ваҡытта 3,5 мең почтальон көн һайын республикала йәшәүселәргә гәзит һәм журналдар, шулай уҡ пенсия, пособие, извещение, беренсе кәрәкле тауарҙарҙы тарата, өйгә барып подписка ойоштора һәм башҡа төрлө түләүҙәрҙе ҡабул итә. Коронавирус киҙеүе таралыуға бәйле сикләүҙәр компанияға ҡушылғандарҙы үтәүҙән тыш, өҫтәмә саралар күреү яуаплылығын да өҫтәй. Бөтә почтальондар ҙа битлектәр, бирсәткәләр һәм башҡа кәрәкле һаҡланыу әйберҙәре менән тәьмин ителгән. Һәр клиент менән осрашыр алдынан ҡулдарын тейешле шыйыҡса менән эшкәртәләр. Почта хеҙмәткәрҙәренең һаулыҡ торошо ла һәр көн контролдә тотола.
Ауылдарҙа халыҡтың күпләп матбуғат баҫмаларын алдырыуы тәү нәүбәттә почта хеҙмәткәрҙәренең әүҙемлегенә, үҙ эшенә яуаплы ҡарауына, кеше менән уртаҡ тел таба белеүенә лә бәйле. Сәйетбаба ауылында булғанда район гәзиттәрен кемдәр алдырыуын һәм киләһе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу нисек барыуын белешеү маҡсатында иң тәүҙә бындағы почта бүлексәһенә кереп сығырға булдыҡ.
Гәзитте бер алдырған кеше нисек тә яйын табып яҙылырға тырыша, уны барыбер алдырмай ҡалмай. Сәйетбаба ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк бинаһына килеп инеп, һаулыҡ һорашҡас та бындағы хеҙмәткәр Гөлмира Латипова, уның артынса Туғай ауылынан бында йомош менән килгән Миңнесор һәм Сәлимйән Түзбәковтар “Табын” уҙғарған конкурсҡа тип, күптән яҙылған квитанция-ларын ҡулға килтереп тә тотторҙолар. Гәзитте даими алдырған ошондай рухлы кешеләрҙе хупларға ғына ҡала.
Йома көнө почта бүлексәһендә эштең ҡыҙыу мәле ине. Талбазынан килтерелгән гәзит-журналдарҙы ҡабул итеү бара. Сәйетбаба почта бүлексәһе етәксеһе Зәлиә Әмир ҡыҙы Ниғмәтуллина тейешлеһен ҡабул итеп алғас, почтальондарға бүлеп бирә. Поч-
тальондар Зөлфиә Ғәләүетдинова, Зилә Кинйәбаева, Гөлдәр Фәхриева, Миңнира Әхмәрова үҙ яҙылыусыларының гәзиттәрен һанап, сумкаларына тултыра бара.
- Ҡыҙҙар тырыштар, биргән йөкләмәне үтәү өсөн бар көстәрен һалалар. Зөлфиә Муллағәле ҡыҙы бында хәҙер 13 йыл эшләй, үҙ эшенең оҫтаһы тиһәң дә була. Ул Колхоз, Октябрь, Үҙәк урамдарын хеҙмәтләндерә. Ошо эштә ике йыл хеҙмәт стажы булған Зилә Мөхәмәт ҡыҙы Партизан, Еңеүҙең 30 йыллығы, Комсомол, Еҙем урамдары һәм Ҡаранйылға ауылы өсөн яуаплы. Миңнира Ғәбделхай ҡыҙы Бер туған Дәминовтар урамына һәм Ҡолҡан ауылына бына хәҙер өсөнсө йыл почта ташый. Гөлдәр Әүхәт ҡыҙы Ж.Кейекбаев, Мәктәп, Юбилей, Йәштәр, Мәндем, Вахитов, Сәғәҙиев урамдарын һәм Туғай ауылын бер йыл ғына хеҙмәтләндерһә лә, үҙ эшен яратып башҡара. Уның участкаһында “Табын”ды иң күп алдырыусылар иҫәпләнә, 104 йорт хужалары гәзиттең килеүен өйрәнгән ваҡытына тәҙрәнән ҡарап, көтөп тора. Беҙҙә “Табын”ды - 271, “Звезда”ны 11 йортта алдыралар. Беҙгә шулай уҡ кәрәк-яраҡ тауарҙарҙы һатыу, коммуналь түләүҙәрҙе, банк картаһы ярҙамында төрлө операциялар һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу йөкмәтелгән. Талбазы почтамты почта бүлексәләре араһында эшебеҙ һөҙөмтәләре буйынса алдағы урында киләбеҙ. Был бинала әле бер йыл ғына эшләйбеҙ, тейешле талаптарға яуап бирмәгән урындары ла бар, шуға ла алда ремонт көтөлә, - тип эшмәкәрлектәре менән таныштыра почта бүлексәһе етәксеһе Зәлиә Әмир ҡыҙы.
Сәйетбаба почта бүлексәһе респуб-лика гәзит-журналдарынан “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Йома”, “Киске Өфө” гәзиттәренә, “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”ҡа яҙылыусылар күп булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ үҙ участкаларында иң күп гәзиткә яҙылыусы Мәрүәрә Сабитова, Зөлхиҙә Фәхретдинова, Миңниә Вәлиева, Ғәлиә Ғәлиәхмәтова, Рәмзилә Фәттәхова, Резида Рәхимова, 92 йәшлек Мөнирә Ғәзизованы маҡтап телгә алды почтальондар.
Интернетта ысыны-ялғаны менән бөтә мәғлүмәттәр бар кеүек тойолһа ла, тотош район тормошон, йәшәйешен асып биргән гәзитте һис тә алыштыра алмай шул. Шуға ла күҙ асҡыһыҙ буран, ҡойма ямғыр, томра эҫе булһынмы, почтальондар гәзит алдырыусыларға яратҡан баҫмаларын ваҡытында алып барып еткерергә тырыша. Алда ла уларҙың ярҙамы менән һәр йортҡа гәзит баҫмалары килеп торһон. Берҙәм һәм татыу эшләгән Сәйетбаба почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, һәр саҡ шулай күтәренке кәйефтә булып, “Табын”ды һәр өйгә яҙҙырыуға өлгәшергә яҙһын тип теләге килә.
Читайте нас в