-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Декабрь 2020, 16:10

Улар һәр саҡ алғы сафта

5 декабрҙә илдә Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнде. Бөгөнгө тормошобоҙҙо уларһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Мәҙәни һәм спорт саралары ойошторғанда, кеше эҙләгәндә, бәлә килгәндә – һәр саҡ ирекмәндәр алғы сафта. Пандемия осоронда үҙҙәренең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, граждандарҙы аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин итеү ҙә улар иңенә ятты.

Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө алдынан, 3 декабрҙә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ирекмәндәргә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың грамоталарын һәм #БеҙБергә акцияһының иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында район ирекмәндәр штабы етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Сабирова ла булды. Уның әйтеүенсә, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған район ирекмәндәре ағымдағы еңел булмаған йылда берҙәмлектә – көс икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатлаған. Шулай уҡ үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән ирекмәнлек хәрәкәтенә тос өлөш индергән райондың 10 ирекмәне Башҡортостан Республикаһының Ирекмәнлекте үҫтереү ресурс үҙәгенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Улар – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте секторы мөдире А.А.Кәримов, Балалар ижады үҙәге педагогтары: А.М.Фәйзуллина, Ә.Р.Насирова, Л.Ф.Рәхмәтуллина, О.П.Безовчук, Д.Т.Борханова, Ә.Д.Хажиева, Красноусолдағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы А.Ф.Ҡунафина һәм 2-се мәктәп уҡытыусыһы О.В.Опарина.
Билдәле булыуынса, быйыл яҙ “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проектына ярашлы, Рәсәйҙә #БеҙБергә акцияһы башланғайны. Пандемия осоронда халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн биш меңдән ашыу ирекмән эшкә йәлеп ителгән. 28 сентябрҙән иһә Башҡортостанда #БеҙБергә проектының төбәк клубы ойошторолдо. Ул өс йүнәлештә эш итә: халыҡҡа психологик ярҙам күрһәтә, өлкәндәргә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм ғәҙәттән тыш хәлгә тарығандарға булышлыҡ күрһәтә.
Читайте нас в