-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2020, 11:35

Фажиғәләр һабаҡ булырмы?

Ҡышҡы һыуыҡтар башланыу менән янғын хәүефе лә көсәйә, янғындар һаны арта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары ла тап ошо ҡышҡы осорға күберәк тура килә.

Йыл башынан республикала 10929 янғын сығып, уларҙа 243 кеше һәләк булды, шуларҙың 13-ө бала булыуы бигерәк аяныс.
Янғынға ҡаршы тәртип ҡағиҙәләре күҙәтелмәү сәбәпле, Бишбүләк районында фажиғәле хәл булды: янғында 4 кешенән торған ғаилә – 2 өлкән кеше һәм 2 бала - һәләк булды. Баймаҡ районында 3 кешенең үлеменә килтергән янғынға ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау сәбәпсе булған.
Фажиғәле хәл беҙҙең районды ла урап үтмәне. 9 декабрҙә таң менән Табын ауылында шәхси йортта ут сыға. 6.30 сәғәттә алынған хәбәр буйынса Табын ауыл советы ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре килеп еткәндә 7х10 метр ҙурлыҡ ағас йорт дөрләп янған була. 7.41 сәғәттә асыҡ ут туҡтатыла, янған йорт эсендә 11 йәшлек баланың кәүҙәһе табыла. Аҙаҡ билдәле булыуынса, ут сыҡҡанда өйҙә ике өлкән кеше һәм өс бала булған. Төтөн сыҡҡанын эшкә китергә сыҡҡан ҡатынын туҡталышҡа илтеп ҡайтып килгән йорт хужаһы күреп ҡала. Йүгереп ҡайтып кергәндә янғын иҫкәрткестең көслө тауышына өйҙәгеләр уянып, ығы-зығы килгән. Ир кеше 2018 һәм 2020 йылғы балаларҙы алып, ҡалғандарҙы эйәртеп өйҙән алып сыға ала. Ҡуйы төтөндә бөтәһенең дә сығып етмәгәнен аңғармай ҡалалар, өйҙө ялҡын ялмап ала.
Ваҡиға урынында эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары менән берлектә Тәфтиш комитеты тикшереүселәре эшләй, фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙе асыҡлай.
Янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе Муниципаль район хакимиәтендә кисә үткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында ла ҡаралды.
Райондың барлыҡ кешеләренә өндәшәбеҙ:
- балаларҙы, бигерәк тә кескәйҙәрҙе, бик әҙ генә ваҡытҡа ла өлкәндәр ҡарауынан башҡа ҡалдырмағыҙ;
- балаларҙың шырпы, зажигалка һәм башҡа ут сығанаҡтары менән уйнауына юл ҡуймағыҙ, был әйберҙәр бала ҡулынан алыҫ торһон;
- электр йылытҡыс приборҙарҙың ҡыҙыу өлөштәренә, ҡабыҙылған газ кәнфәркәһенә, мейес ауыҙына балалар ҡағылырлыҡ булмаһын;
- бәләкәй балаларҙы электрға тоташтырылған приборҙар эргәһендә ҡалдырмағыҙ;
- балалар электр розеткаларына берәй нәмә тыҡмаһын өсөн, уларҙы махсус ҡаплағыс менән ҡаплағыҙ;
- балалар уйнаған ерҙә электр үткәргес кабелдәр, “Пилот” тибындағы оҙайтҡыстар булмаһын;
- бинала ут сыҡһа йәки төтөн күренһә, тәү сиратта балаларҙы хәүефһеҙ урынға сығарырға, шунан һуң ғына нимә булғанын асыҡларға кәрәк. Был осраҡта бала өсөн һәр секунд мөһим;
- район халҡын торлаҡтарына янғын иҫкәрткестәр урынлаштырырға саҡырабыҙ. Иҫкәрткесте янғынға ҡаршы әйберҙәрҙең махсуслаштырылған магазиндарында йәки электр тауарҙары магазинында алырға мөмкин, улар ҡыйбат түгел, 250 һум ғына тора һәм бик һөҙөмтәле.
Иҫтә тотоғоҙ: балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – өлкәндәрҙең бурысы. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас в