-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Декабрь 2020, 12:05

Чечен һуғышы башланған көн

Йыл һайын 11 декабрҙә Рәсәй ғәскәрҙәренең Чечен Республикаһы биләмәһенә “конституцион тәртип урынлаштырырға” инеүен, йәғни беренсе Чечен һуғышы башланыу көнөн билдәләнә. Быйыл уның 26 йыллығы.

Төньяҡ Кавказда бәрелештәрҙә районыбыҙҙан 265 яҡташыбыҙ Тыуған ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4-һе һәләк була. Локаль бәрелештәр ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдә 20-21 генә йәштәрендә Чечен ерендә баштарын һалған яҡташтарыбыҙ Вячеслав Трифонов менән Сергей Трухановтың исемдәре уйып яҙылған.
11 декабрҙә Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Чечен һуғышы, Афған һуғышы, локаль бәрелештәр һәм башҡа ғәскәрҙәр ветерандары Красноусолдағы Хәрби Дан аллеяһы янындағы майҙанға йыйылып, Чечен һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алды. 9 декабрҙә уҙған Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләне.Афған һуғышы ветераны, отставкалағы подполковник Андрей Мигунов, Фәрүәт Яҡупов исемендәге локаль бәрелештәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров йыйылыусыларҙы тантаналы сара менән тәбрикләне. Һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Күкте ярып, өс тапҡыр автомат залпы батырҙарға мәңгелек дан ауазы булып яңғыраны. Локаль бәрелештәр ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә ҡәнәфер сәскәләре һалынды.
Быйылғы тамамланып килгән Хәтер һәм Дан йылындағы иҫтәлекле хәтер сараһы артабан Геройҙар аллеяһында да-уам итеп, Рәсәй һәм Советтар Союзы Геройҙары бюс-
тарына сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Читайте нас в