-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Декабрь 2020, 14:00

Рәхмәт хаттары килде

Күптән түгел Мораҙ ауылында йәшәүсе атай-әсәйем Шәйбәт һәм Фәнизә Үтәгәновтарҙы шатландырып туғаным Ришат хеҙмәт иткән Пенза ҡалаһындағы хәрби часть дивизионы командиры подполковник Е.Стратиевскийҙан һәм уҡыу бүлеге начальнигы, полковник И.Филимоновтан бер юлы ике Рәхмәт хаты килеп төштө. Әсәйҙәр көнө алдынан ғына килеүе үҙе бер ҙур бүләк булды.

Ришат туғаным Ҡарағай урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, Өфө нефть-техник университетына уҡырға инде. Уҡыуын уңышлы тамамлап, дипломын алып та өлгөрмәҫтән, 2 июлдә хәрби хеҙмәткә саҡырылып Пенза ҡалаһындағы хәрби уҡыу бүлегендә әрме сафына баҫты.
Рәхмәт хатында: “Хөрмәтле Фәнизә Рәүф ҡыҙы һәм Шәйбәт Шәйхетдин улы! Улығыҙҙы намыҫлы, принципиаль итеп тәрбиәләп, үҙенең алдына ҡуйылған бурысты һәр ваҡыт теүәл үтәүе өсөн ысын йөрәктән рәхмәт белдерәбеҙ. Ул хәрби әҙерлек ваҡытында үҙен бары тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтте, хәрби хеҙмәтен өлгөлө үтәгәне өсөн батарея командованиеһы бер нисә тапҡыр баһалап үтте. Һеҙ улығыҙҙың тыуған иленә лайыҡлы хеҙмәте өсөн ғорурлана алаһығыҙ, уға үҙенә йөкмәтелгән эш өсөн юғары яуаплылыҡ тойғоһо хас. Беҙ улығыҙҙың Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын артабан да намыҫлы үтәүенә ышанабыҙ”, - тиелә.
Әлеге көндә туғаным хәрби хеҙмәтен Көньяҡ Осетияла дауам итә. Беҙ уның артабан да Тыуған илебеҙ алдындағы бурысын намыҫ менән үтәүенә ышанабыҙ һәм иҫән-һау ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ.
Лилиә ҮТӘГӘНОВА.
Читайте нас в