-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2020, 18:05

“Нива” һатып, трактор алғандар

17 ноябрҙә Ташлы ауыл биләмәһенә, ниһайәт, ауыл биләмәһе мохтажлыҡтары өсөн универсаль ярҙамсы – аҫмалы ҡоролмалы “МТЗ-82” тракторы ҡайтарылды. Район балансында бындай техникаһы булмаған берҙән-бер ауыл биләмәһелер ҙә әле. Бығаса бында урындағы төҙөкләндереү, объекттарҙы ремонтлау, урамдарҙы һәм юлдарҙы тәртиптә тотоу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә техниканы ҡайҙан да булһа яллап торор булғандар.

Шәхси кешеләрҙең һәм предприятиеларҙың был хеҙмәттәрҙе күрһәтеүе ауыл хакимиәтенә бик ҡиммәткә төшкән. Ташлы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Рәшиҙә Рәхмәтуллина билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәһендәге ауылдарҙы бер ҡыш ҡарҙан таҙартыу 300 мең һумға тиклем барып еткән. Бөтәһе 600 тирәһе кеше йәшәгән ауыл биләмәһе бюджеты өсөн, был уғата күп. Шуға ла быны башҡаса юл менән хәл итеү ҡарарына килгәндәр һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” конкурсында ҡатнашырға заявка биргәндәр. Трактор һатып алыу проекты өсөн халыҡ ҡушҡуллап тауыш бирә, әммә коронавирус киҙеүе ташлыларҙың планын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәй: пандемия сәбәпле һәм республикала финанс хәл-торош насарланыу һөҙөмтәһендә ППМИ-ның конкурс һайлап алыуы ҡәтғиләнеп, еңеүселәр һаны ла кәметелә.
Ауыл биләмәһендә быға күңелдәрен төшөрмәйҙәр һәм башҡа юлды һайлайҙар. Тракторҙы үҙ көстәре, үҙҙәре аҡса йыйып һатып алырға ҡарар итәләр. Ил төкөрһә – күл була, тигәндәй, кем күпме аҡса бирә ала, бер ни тиклеме халыҡтан йыйыла. Ауыл биләмәһе бюджетынан да аҡса бүленә. Аҡса етмәгәнлектән, биләмәнең иҫке “Нива” автомашинаһын һатыу өсөн аукционға ҡуйырға ҡарар ителә. Ҡалған ярайһы ғына өлөштө, тейешле сумманың 400 мең һумын район хакимиәте бүлгән. Район башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, ауыл биләмәһенең ихтыяжын аңлап, ташлыларҙың идеяһын хуплаған.
Һәм, ниһайәт, декабрь һыуыҡтары һәм бурандары алдынан ғына Ташлы урамдарында трактор пәйҙә булған. Ул 600 мең һумға төшкән. Өр-яңы булмаһа ла, торошо бик яҡшы. Трактор менән идара итеү Борис Максимовҡа ышанып тапшырылған.
-Тракторға эйә булыу ауыл биләмәһендәге күп кенә етди проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Тәү сиратта, ҡыш көнө ауыл урамдарын ҡарҙан үҙ аллы таҙартыу бюджет аҡсаһын ярайһы ғына экономияларға ярҙам итә, - ти Рәшиҙә Миндулла ҡыҙы. – Йәй көнө иһә тракторҙың юл ситтәрен сабыуҙа, төҙөкләндереү сараларында, төҙөлөш һәм ремонт эшмәкәрлегендә ярҙамы тос буласаҡ. Тиҙҙән был техниканы ауыл клубына һыу үткәргес һуҙыуҙа файҙаланырға планлаштырыла. Һыу менән ауылдың төрлө урамдарында проблемалар бар, улары иһә планға ярашлы хәл ителәсәк.
Трактор һатып алғанға тиклем ауыл биләмәһендә күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә хәл ителгән – зыярат профнастил менән кәртәләнгән.
Ташлылар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы-2020”лә уңышһыҙлыҡҡа осрауҙарына ҡарамаҫтан, бер ҙә күңелдәрен төшөрмәй, киләһе йылғы конкурста ҡатнашырға теләк белдерәләр һәм һатып алыуҙың сираттағыһына етди рәүештә ышаналар. Ирекле янғын һағы ихтыяжы өсөн цистернаға йылы бокс һатып алып, урынлаштырырға уйлашалар.
Бына шундай пландар менән йәшәй ташлылар, улар тормошҡа ашһын.
Читайте нас в