-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2020, 19:50

Һәр заманда һәр тарафта яңғыраһын башҡорт теле! (Йылға йомғаҡ яһалды)

14 декабрҙә - Башҡорт теле көнөндә Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының тамаша залында Башҡорт теле йылын йомғаҡлауға арналған сара үтте. “Мәңге йәшәр башҡорт телем!” тип исемләнгән байрам кисәһендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева ҡатнашты. Пандемия сәбәпле, сара аҙ кеше ҡатнашлығында һәм онлайн форматта үтте.

Сараны асып, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлай Рәйес улы Мәүлетҡолов барыһын да сәләмләне.
Байрам кисәһен алып барыусылар Лилиә Саттарова менән Иршат Дауытов Башҡорт теле йылында уҡыусылар өсөн уҙғарылған сараларҙың йылъяҙмаһын барланы.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм үҙенең сығышында районда Башҡорт теле йылына арналып уҙғарылған күләмле эштәргә байҡау яһаны. Беҙҙә быйылғы төп шыршы тантанаһы ла Башҡорт теле йылына арналыуы хаҡында билдәләп үтте.
- Шыршының төп биҙәүесе булып тамғалар, биҙәктәр, башҡорт телендә яҙылған ҡотлауҙар һәм һүрәттәр төшөрөлгән алтмышҡа яҡын олоғара ҙур шарҙар эленеп тора! Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында эшләнгән был эш киләсәктә лә юғалмаҫ тигән өмөттә ҡалам, - тине.
Артабан мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатовҡа һүҙ бирелде.
- Беҙҙең район мәктәптәрендә бөтәһе 34 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй. Быйылғы Башҡорт теле йылында мәктәп, район, республика кимәлендә улар тарафынан бихисап эштәр эшләнде, - тине Рауил Ғәбдрәшит улы. - Йылдың-йылы башҡорт теле һәм әҙәбиәте төбәк-ара олимпиадаһында районыбыҙ уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2020 йылдың ғинуарында үткән олимпиадала Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Гөлнур Ибәтуллина призер булыуға өлгәште. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәне буйынса республика олимпиадаһында гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы Әҙилә Вафина еңеүсе булды.
Билдәле булыуынса, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын уҙғарыу буйынса 25 февралдән 22 апрелгә тиклем М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Ғафури районы хакимиәтенең берлектәге М.Ғафури ижадын өйрәнеүгә арналған республика онлайн фәнни-ғәмәли конференцияһы юғары кимәлдә уҙҙы. Унда 92 ҡатнашыусы 3 номинацияла баһаланды. Конкурс еңеүселәре һәм призерҙары БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ғафури районы мәктәптәре уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.
Билдәле дипломат Кәрим Хәкимовтың тормош юлына һәм сәйәси эшмәкәрлегенә 130 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы, 23-24 ноябрҙә уҡыусылар араһында Интернет-викторина уҙҙы. Унда 61 район-ҡаланан, 19 дәүләт бюджет учреждениеһы, 2 профессиональ белем биреү ойошмаһынан бөтәһе 10244 уҡыусы ҡатнашҡан.
Табын мәктәбе уҡыусылары ла төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты. "Беҙҙең мираҫ" республика онлайн конкурсында – М.Локоленко, Д.Хөснөтдинова, И.Минеева – Маҡтау грамотаһына, "Иң һәләтле китап уҡыусы" конкурсында А.Фәтҡуллин районда 1-се урынға лайыҡ булды.
Ф.Ҡотлогилдина ойошторған район "Ҡышҡы йәйғор" конкурсында Красноусол мәктәптәренең 1-се, 2-се, Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары әүҙем ҡатнашып, шағирә, сәсәниәнең бүләктәрен алып шатланды.
Юлыҡ мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары таҡмаҡ әйтеүселәр республика конкурсында 2-се урын яулап, "Этномаркет" магазинының сертификаты менән бүләкләнде.
Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары конкурстарҙың һәр ҡайһыһында ҡатнашты. “Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһында Илмир Абдрахманов - 2-се, Лилиә Саттарова 3-сө урын яуланы. “З.Биишева уҡыуҙары” - VI республика фәнни-ғәмәли конференцияһында Зарина Рәхимова 2-се урынға лайыҡ булды.
“Әсәм теле – сәсән теле” яттан шиғыр һөйләү конкурсында районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәре уҡыусылары ла, уҡытыусылары ла әүҙем эш алып барҙы. Туған телгә арнап яҙылған шиғырҙарҙы уҡыусылар ятлап, видеоларын Интернет селтәренә һала барҙы. Был сарала бигерәк тә Красноусол башҡорт гимназияһы, Красноусолдағы 1-се, 2-се, 3-сө, Сәйетбаба, Мораҡ, Яңғыҙҡайын, Игенйылға, Ташлы, Антоновка, Ҡарағай мәктәптәре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Башҡорт теле йылына арналған муниципаль-ара фәнни-ғәмәли конференцияла уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнашты һәм призлы урындарға лайыҡ булды. Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Рәхимова - 2-се, Игенйылға мәктәбенән Искәндәр Абсаттаров 3-сө урынға, ә гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы Лилиә Саттарова “Иң оригиналь эш” номинацияһына лайыҡ булды.
Бөтә Рәсәй “Туған тел илселәре” проект эшендә район уҡыусылары һәм уҡытыусылары үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Красноусол башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина “Башҡортостан мәғарифы” темаһына онлайн-асыҡ дәрес бирҙе һәм Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
Сәйетбабала тарихи-мәҙәни үҙәк менән бергә уҙғарылған район конференцияһында Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары Илсиә Әбделмәнова (5 кл.), Алһыу Вәлиева (9 кл.) шиғыр һөйләүселәр араһында 1-се урын яуланы.
Бөтә Рәсәй “Туған тел илселәре” проект эшендә район уҡыусылары һәм уҡытыусылары үҙ тәжрибәһе менән бүлеште.
“Башҡортостанды һүрәткә төшөрәм”
республика кимәлен-дәге онлайн бәйгелә уҡыусылар һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә үҙ көстәрен һынаны.
Районыбыҙ уҡыу-
сылары шулай уҡ “Кейекбаев уҡыуҙары”, “Вәлиди уҡыуҙары”, “З.Биишева уҡыуҙары”, “Ғарипов уҡыуҙары”, “Солтан-гәрәев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференция-ларында ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булдылар, - тип тамамланы сығышын Р. Солтанморатов.
Рауил Ғәбдрәшит улы Башҡорт теле йылында айырыуса емешле эшләгән бер төркөм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Курорт мәктәбенән Зөлфиә Мөхәмәтханова, Ленира Үтәгәнова (Ҡарағай мәктәбе), Рәзинә Челотканова (Антоновка), Наилә Садиҡова (Мораҡ), Светлана Фәрхшатова (Яңғыҙҡайын), Нәрисә Ғәйнуллина (Красноусолдағы 1-се мәктәп), Рәүфилә Ибраһимова (Ташлы), Юлай Мәүлетҡолов (КБГИ), Ләйсән Хәлилова (Бурлы), Гөлгөнә Абдуллина (Ҡауарҙы), Люциә Ғәниева (Сәйетбаба) район мәғариф бүлегенең, Фәрзәнә Шәрәфетдинова (1-се мәктәп), Ләйсән Ғүмәрова (2-се мәктәп) Флүзә Баязитова (3-сө мәктәп) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Альфира Ғәлиуллина (1-се мәктәп), Дилә Абдуллина (3-сө мәктәп) Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайының, Эльвера Ҡунафина (КБГИ), Луиза Мәүлетҡолова (“Әкиәт” балалар баҡсаһы) район Советының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Мәғариф бүлегенең башҡорт теле методисы Әлфиә Шаһиева Кәрим Хәкимовтың 130 йыллығы сиктәрендәге Интернет-викторинала ҡатнашып, призер булған 13 уҡыусының һәм уларҙың уҡытыусыларының исемдәрен атаны, барыһын да ҡотланы.
Сығыштар гимназия уҡыусыларының йыр-моңдары менән үрелеп барҙы. "Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы" тип аталған үҙенсәлекле сара менән тамамланды.
Башҡорт теле көнөндә БР Мәғариф һәм фән министрлығы “Шиғри сылбыр” тип аталған Интернет-флешмоб уҙғарҙы. Уға районыбыҙ мәктәптәре, балалар баҡсалары ла ҙур теләк менән ҡушылды.
Шулай итеп, Башҡорт теле йылын йомғаҡлауға арналған матур сара тамамланды һәм тағы ла бер йыл тарих биттәрендә үҙ урынын аласаҡ. Әммә шуны билдәләргә кәрәк, Башҡорт теле йылы тамамланһа ла, башҡорт телен үҫтереү, уға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уны билдәле итеү йүнәлешендәге эш артабан да дауам итһен, телебеҙгә иғтибар кәмемәһен, артһын, телебеҙҙе үҫтерәйек һәм һаҡлайыҡ.

Читайте нас в