-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2020, 11:35

Ҡотлайбыҙ!

14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә Өфөлә Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән тантаналы кисәлә йыл дауамында әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмалары, район-ҡала хакимиәттәре, киң мәғлүмәт саралары, журналистар бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин районыбыҙҙың Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты адресына төбәлгән Рәхмәт хаты һәм бүләк - күп функциялы принтерға сертификатты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға тапшырҙы.
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге башҡорт телендәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы юғары кимәлдә ойошторған райондарҙы ла асыҡланы. “Башҡорт баҫмаларына иң күп яҙылыусы йәшәгән район” номинацияһында Өфө (1-се) һәм Ҡалтасы (2-се урын) райондарынан ҡала Ғафури районы 3-сө урынға лайыҡ булды. “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәров тапшырған III дәрәжә Диплом менән иҫтәлекле статуэтканы район хакимиәте исеменән Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов ҡабул итеп алды. Афарин, үҙебеҙҙекеләр!
Читайте нас в