-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Декабрь 2020, 17:30

Тәүгеләр һәм яҡшылар иҫәбендәләр

Энергетиктар көнөн “ГИП-Электро” ЯСЙ-е территориаль электр селтәрҙәре ойошмаһы эшсәндәре лә билдәләй. Предприятие начальнигы Виктор Александрович БЕЗОВЧУК эшмәкәрлектәре менән таныштыра:

-“ГИП-Электро” ЯСЙ-е эшмәкәрлеге дәүләт власы органдары тарафынан көйләнгән территориаль селтәрҙәр ойошмаһы булып тора. Предприятиебыҙ 20 кешене (өлкән мастер, 2 мастер, 11 электромонтер, инженер, иҡтисадсы һ.б.) берләштерә. Һөнәри байрамыбыҙҙы уңыштар менән ҡаршылайбыҙ. Республикалағы ГИП-Электро предприятиеларының 14 участкаһы араһында һәр йәһәттән яҡшылар һәм тәүгеләр иҫәбендәбеҙ.
Беҙҙең төп бурысыбыҙ – электр энергияһын ҡулланыусыларҙы өҙөклөкһөҙ һәм сифатлы энергия менән тәьмин итеү. Энергия бүлеү селтәрҙәренә капиталь ремонт, оператив һәм техник хеҙмәтләндереү, шулай уҡ уларҙы үҫтереү, реконструкциялау һәм электр энергияһын ҡулланыусыларҙың электр установкаларын бүлеү селтәрҙәре менән тоташтырыуҙы тормошҡа ашыра. Район үҙәге һәм Родина ауылынан бөтәһе 4970 абонент хеҙмәтләндерелә.
Быйыл электр селтәрҙәренең сифатын һәм ышаныслылығын тәьмин итеү йәһәтенән беҙҙең тарафтан һауа линияларына капиталь ремонт уҙғарылды.
Красноусолдағы М.Горький урамында 291 м оҙонлоҡта һауа линияларының алюмин сымдары изоляциялыларға (СИП) алыштырылды. Родина ауылындағы Үҙәк урамда һауа линияларына капиталь ремонт уҙғарылып, иҫкергән ағас таяуҙар урынына 6 дана тимер-бетон СВ 95-3 таяуҙар ҡуйылды һәм 185 м оҙонлоҡтағы 0,4 кВ-лы һауа линиялары изоляциялы сымдарға алмаштырылды. Ә Яңы урамында 10 дана тимер-бетон таяу монтажланды, 664 м арауыҡта һауа линиялары изоляциялыға алыштырылды. Район үҙәгенең Октябрь урамында (20 дана тимер-бетон таяуҙар) - 385 м, Октябрь-Пушкин (22 дана) – 755 м (яңы трансформатор подстанцияһына тоташтырылды), Ясная Поляна (10 дана) 368 м һауа линиялары монтажланды. Дөйөм алғанда, планға ярашлы, апрелдән октябргәсә барлығы 118 дана тимер-бетон таяуҙар ҡуйылды һәм 4 км 472 м изоляциялы сымдарға алыштырылып, түбән сифатлы көсөргәнеш мәсьәләһе хәл ителде.
Быйылғы М.Ғафуриҙың 140 йыллығы уңайынан район хакимиәте мөрәжәғәте буйынса Красноусолдағы М.Ғафури урамында 1 км 824 м оҙонлоҡтағы һауа линия-
лары изоляциялы сымдарға алыштырылып, 50 дана тимер-бетон таяуҙар ҡуйылды.
Районда “ГИП-Электро” ЯСЙ-е эшләй башлағандан алып 80-90%-ҡа тиерлек яңы Леспромхоз, Һабантуй, Йәштәр, Лубат биҫтәләре электрлаштырылды, Сахалин-1, Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәләре, Родина ауылындағы яңы биҫтәгә электр үткәргестәр һуҙыу эше дауам итә, подряд ысулы менән яңы Сахалин-2 биҫтәһендә яңы трансформатор подстанцияһы урынлаштырылып, 2,5 километр оҙонлоҡта 10 кВ-лы һауа линиялары һәм 107 таяу монтажланды. 10 кВ-лы һауа линиялары төҙөлөү менән технологик тоташыу өсөн Йәштәр биҫтәһендә, Коммунистик урамда “Фомин Н.К.” шәхси эшҡыуарҙар һорауы буйынса яңы трансформатор подстанция-
лары урынлаштырылды. Быйыл яңы 5 трансформатор подстанцияһы ҡуйылып, уларҙың дөйөм һаны 99-ға етте.
Бөгөнгө көнгә беҙҙең тарафтан 2 км 626 м 0,4 кВ-лы һауа линиялары төҙөлдө, 82 дана таяу урынлаштырылды. Ике трансформатор подстанцияһы яңыртылды. Шулай уҡ электр селтәрҙәрен оператив һәм техник хеҙмәтләндереү сиктәрендә ярайһы ғына эштәр башҡарылды.
Проблемалар ҙа юҡ түгел, алдыбыҙға ҡуйылған пландарыбыҙҙы тағы ла уңышлыраҡ хәл итеү өсөн предприятиебыҙға автогидрокүтәргес алыу өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙең береһе. Уны кәрәк саҡта “Тепловодоснабжение” МУП-ынан үтескә алып торабыҙ.
Былтыр “Аҡыллы электр селтәрҙәре” программаһы сиктәрендә ҡулланылған электр энергияһын автоматик иҫәпләү приборҙарын (АСКУЭ) монтажлау эшен башлап, үҙебеҙҙең иҫәпкә 455 дана иҫәпләү приборы урынлаштырһаҡ, йәнә 510 дананы монтажлау бара. Электр энергияһын иҫәпләү темаһына ҡағылып, ҡулланыусыларҙың иғтибарына шуны еткерге килә, “ГИП-Электро” электр энергияһын ҡулланған өсөн түләүҙәр бу-йынса яуап бирмәй, ә уның менән БашЭлектроСбыт компанияһы (“ЭСКБ” ЯСЙ-е) шөғөлләнә.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ коллективты тәбрикләйем, ныҡлы сәләмәтлек теләйем, авариялы утты һүндереүҙәр булмаһын. Коллектив бер төптән, бик яҡшы эшләй, һәр береһе үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара, шуға ла береһен дә айырып билдәләү мөмкин түгел. Шулай уҡ байрам көнөндә коллегалар - район электр селтәрҙәре, “Тепловодоснабжение” МУП-ы, “ЭСКБ” ЯСЙ-е коллективын да ҡотлайым, эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.

Читайте нас в