-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2020, 12:00

Бүләктәр һеҙҙе көтә!

2021 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланды. Йылдағыса был осорҙа гәзит уҡыусылар араһында конкурстар үтте.

Шуларҙың береһе “Һәр көндә – бер бүләк!” отошо еңеүсеһе Ерек ауылынан Дамир Сафиуллин бүләген килеп алды. “Оҙаҡламай ҡатынымдың тыуған көнө, квитанцияны ул ебәргәйне – бүләкте уға тапшырырмын. Гәзиткә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ, бүләк отоуыбыҙ - беренсегә”, - тип рәхмәт әйтеп хушлашты ул. Ҡотлоғужанан Сәрә Мөлөковаға бүләкте, бер юл төшкәндә тип, фотохәбәрсебеҙ Наил Латипов алып барып тапшырҙы. “Оло йәштә булһам да, һаман да “Табын”дан айырылғы килмәй. Сөнки бәләкәйҙән гәзит уҡып өйрәнгәнбеҙ, бар яңылыҡтарҙы шунан уҡып беләбеҙ”, тип, рәхмәт һүҙҙәре менән видео мөрәжәғәт тә ебәргән. Ҡалған бүләк отоусыларҙы: Оло Үтәштән Р.Р.Кәримовты, Йөҙимәндән В.А.Шәрипҡолованы, Толпарҙан Шәмсиә Шәйәхмәтованы редакцияла көтәбеҙ.
Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса төп бүләктәр отоу-
сылар исемдәре киләһе һанда билдәле буласаҡ.
Читайте нас в