-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2020, 12:25

“Шыршы уйынсыҡтары”

Кәрәк: 350 грамм тауыҡ ите, бер ҡап йомшаҡ сыр, ике-өс аш ҡалағы майонез, бешкән өс йомортҡа, әнис, биш һөйәкһеҙ зәйтүн, өс тырнаҡ һарымһаҡ, грек сәтләүеге, борос, тоҙ.

Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Ваҡлап турайбыҙ. Йомортҡаларҙы шулай уҡ сырҙы ла ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Әнисте турайбыҙ. Зәйтүнде урталай бүләбеҙ. Сәтләүекте майһыҙ табала ҡыҙҙырып алабыҙ һәм ваҡлайбыҙ. сәтләүектән башҡа бөтәһен ҡушып, тоҙ, борос өҫтәп, майонез һалып болғатабыҙ.
Артабан ҡулды һыулап, килеп сыҡҡан ҡатнашманы шар формаһында йомарлайбыҙ. Тәрилкәгә әнис үләндәре йәйеп, өҫтөнә килеп сыҡҡан шарҙарҙы сәтләүек формаһында әүәләп теҙәбеҙ. Һәр береһенең уртаһына зәйтүнде һалып сығабыҙ. Әнис ботаҡтарын зәйтүндең уртаһына ҡаҙайбыҙ. Шыршы уйынсығын хәтерләтә. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас в