-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2020, 16:20

“Тере һыу”ҙа яңы ағым Минераль һыу ҡойоу цехында яңы линия асылды

25 декабрҙә “Красноусол” шифаханаһы базаһында шифалы һыу етештереүсе “Тере һыу” минераль һыу ҡойоу цехында яңы линия эш башланы һәм быяла һауыттарға тултырылған минераль һыу презентацияланды. Тарихта ҡаласаҡ мәлде тантаналы асыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, “Красноусол” шифаханаһы директоры Евгений Геннадьевич Волков, “Тере һыу” ЯСЙ-е генераль директоры Рәмил Зәки улы Шәңгәрәйев, учредитель Рәмил Рауил улы Закиров, район етәкселеге, шифахана хеҙмәткәрҙәре, район һәм республика матбуғат вәкилдәре ҡатнашты.

Ҙур, иркен цех Рәсәй һәм сит ил ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында эш ике сменала алып барылып, көнөнә 0,5 л. һыйҙырышлы быяла шешәләрҙә 60 мең дана продукция етештереләсәк.
- Беҙ, ошо ауыр ваҡытта, етерлек күләмле инвестиция эшләп, яңы йүнәлешкә 100 миллион һумдан артыҡ аҡса һалдыҡ. Уйлауыбыҙса, биҙәлеше һәм шифаһы буйынса айырылып торған был продукция республикабыҙҙа сыҡҡан Рәсәйҙәге иң яҡшыһы булырға тейеш, - тине “Тере һыу” ЯСЙ-е учредителе Рәмил Рауил улы сығыш яһап.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов ошо цех асылып, тулы ҡеүәткә эшләһен өсөн ҡулдан килгәнсә ярҙам иткән.
- Рәмил Рауил улы предприятиеға 126 миллион һумдан ашыу аҡса керетте. Ул әйләнешкә инеп, бында сифатлы, шифалы һыу етештерелә. Красноусолдың йәшәү сығанағы булған шифалы һыуҙың дөйөм Рәсәй һәм бөтә донъя кимәленә сығыуына мин шатмын. Әлеге көндә предприятиела йөҙҙән артыҡ кеше эшләй. Ә икенсе цехтың асылыуы – яңы эш урындары ғына түгел, бюджетҡа һалым күсерелеп, район иҡтисадын күтәреү ҙә булып тора, - тине үҙ сығышында Фәнзил Фәйез улы һәм район етәкселегенең һәр һорауҙа ла ярҙам итергә әҙер булыуын, шулай уҡ республика етәкселегенә һәм хакимиәтенә инвесторҙарға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.
““Тере һыу” ЯСЙ-е генераль директоры Рәмил Зәки улы Шәңгәрәйев предприя-тиены ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп: “Иҡтисади йәһәттән дә еңел булмаған ваҡытта беҙҙең етәкселек предприятие үҫешенә, яңы эш урындары булдырыуға, бренд кимәленә күтәреүгә мөмкинлектәр таба”, - тине ул.
“Красноусол” шифаханаһы директоры Евгений Геннадьевич Волков та сығыш яһап, берҙәм эштә һәм хеҙмәттәшлектә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Тантаналы мәл, район һәм предприя-тие етәкселеге тарафынан символик таҫма киҫелеп, цехты эшләтеүгә рөхсәт бирелде. Ҡорамалдар эшләп китеү менән линия буйлап теҙелеп килгән шешәләргә һыу тултырыла башланы. Улар артабан линия буйлап килеп, автоматик рәүештә этикетка йәбештерелә һәм алты шешә бер ҡапҡа беркетелә. Шешәнең дизайны был продукцияны экспортҡа - сит илгә сығарыу һәм яҡшы ресторан, ҡунаҡхана өҫтәлдәрен биҙәүен уйлап эшләнелгән.
“Тере һыу” ЯСЙ-е генераль директоры Р.З.Шәңгәрәйев әңгәмә ваҡытында әйтеп үтеүенсә, был яңы цехта һәр сменала механик-технологҡа махсус уҡытылған дүртәр кеше эшләйәсәк. Бының өсөн һигеҙ эш урыны ҡаралған. Шешәләрҙең тышына йәбештерелгән наклейка-этикеткаһы Санкт-Петербург фирмаһы тарафынан килтерелһә, ә быяла шешәләрҙе “Тере һыу” ЯСЙ-е өсөн махсус “Салауатбыяла” акционер йәмғиәте етештерә. Производствоның көсө сәғәтенә 3 мең дана әҙер продукция етештереү ҡеүәтенә эйә. Быяла шешәләргә тултырылған һыу төрө буйынса, пластик һауыттарҙағынан айырылмай. Этикеткалағы “Cold” яҙыуы – газлы, “Silver” газһыҙ булыуын аңлата. Быяла һауыттарҙағы минераль һыу республикабыҙҙың ҡунаҡхана һәм ресторандарына, илебеҙҙең Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларына, төбәктәргә, шулай уҡ яҡын сит илдәргә оҙатыласаҡ.
Һыу – йәшәү сығанағы, тибеҙ. Районыбыҙҙа шифалы йылғалар күп булыуы уның данын тағы ла арттыра. Красноусол сығанаҡтары 16-сы быуаттан алып уҡ “Усолка тоҙло шишмәләре” булараҡ билдәле. Ә изге сығанаҡтарҙың һәм шифалы ләмдең дауалау көсөн урындағы халыҡ боронғо замандарҙа уҡ белгән һәм дауалауҙа ҡулланған. Красноусол минераль шишмәләренең Башҡортостандың 7 мөғжизәһенең береһе тип билдәләнеп йөрөтөлөүе лә республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең дә иғтибарын бермә-бер йәлеп итә. Бына хәҙер “Тере һыу” ЯСЙ-е яңы кимәлгә сыҡты: шифалы һыу хәҙер пластик шешәләрҙә генә түгел, быяла шешәләргә лә тултырып сығарыла. Ҡупшы быяла һауыттарға тултырылған минераль һыу районыбыҙ данын тағы ла байытып, предприятиеға уңыштар ғына килтерһен.

Читайте нас в