-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2020, 14:00

Аҡ ырыҫың менән килһәңсе!

Көнсығыш йондоҙ-намәһенә ярашлы, 2021 - Һыйыр (Үгеҙ) йылы. Төҫө – аҡ, йәғни затлылыҡ, тотанаҡлыҡ, аҡыл-лылыҡты һынландыра, стихияһы – металл.

Үгеҙ – көслө, мөһабәт, эшһөйәр хайуан. Олпат, бойондороҡһоҙ, эҙмә-эҙлекле, тәртип ярата. Тәбиғәте менән намыҫлы, үҙ еренә тоғро, иң саф, юғары ҡиммәттәргә ныҡ ышана. Ғәҙәттәрен, принциптарын үҙгәртмәй. Был йылда тыуғандар ғаиләһен, эшен, йортон ҡәҙерләй. Көслө ихтыярлы, ҙур физик көскә эйә, сыҙам. Үтә ныҡышмал һәм ҡара тырышлығы арҡаһында бүтәндәр сигенгән урында ла ул уңышҡа өлгәшә ала. Шул уҡ ваҡытта Үгеҙ ярһып та китергә мөмкин, уны нимәгәлер инандырыу, үҙгәртеү ауыр, хатта мөмкин түгел.
Һыйыр йылын халыҡта муллыҡ йылы тип беләләр. Был – ауыл хужалығы эштәре менән шөғөлләнеү, алдынғы малсылыҡ һәм ер эшкәртеү технологиялары индереү өсөн бик ҡулай. Был йылда ғәҙәттә тәбиғәт бәлә-ҡазалары: ҡоролоҡ, боҙ яуыу - булып бармай. Әммә был йылда һәр кем үҙ көсөнә генә таянырға тейеш һәм мотлаҡ “егелеп” эшләһә генә нимәгәлер өлгәшә алыр.
Һыйыр йылы үҙ хакимлығына 2021 йылдың 12 февралендә генә инәсәк, шулай булһа ла беҙ, ғәҙәтләнгәнсә, 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә Яңы йылды уның исеме менән ҡаршы аласаҡбыҙ. Шулай итеп, уны нисек ҡаршыларға?
Аҡ Металл Һыйыр (Үгеҙ) йылын иң яҡшыһы – өйҙә, ғаилә менән ҡаршылау. Тажлы вирус ҡоторған мәлдә, был бик тә урынлы булыр. Һыйыр әллә ниндәй зиннәтле, ят ризыҡтарҙы өнәмәһә лә, ябай, әммә мул табынды бик яратыр. Унда күберәк емеш-еләк, йәшелсә булһын. Үҙегеҙ үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән компоттар, тоҙлаған-япҡан консервалар, тәм-том бик килешер. Ярмалы һәм ҡамыр аштары ла булһын. Ә бына һыйыр итле ризыҡтарҙы онотоп тороғоҙ, бүтән төрлө иттәрҙе өҫтәлгә ҡуйырға ярай. Ҡаты эсемлектәрҙә сама белегеҙ: Үгеҙ айныҡлыҡ яҡлы.
Ниндәй кейем һайларға?
Йылдың төп төҫө – аҡ һәм уның барлыҡ төҫмөрҙәре: һөт төҫөнән башлап, аҡһыл-зәңгәр, асыҡ-көрәнгә тиклем. Көмөшһыу металл төҫтәре, көмөш, алтын биҙәүестәр һайлау урынлы. Ҡыҙыл төҫ йыл хужаһын ярһытыр ғына, ә был беҙгә кәрәкме? Тағы шуныһы: кейем ыҫпай, килешле, әммә тыйнаҡ булһын.
Йәнә шундай кәңәштәр :
* йортта ла, өҫ-ҡиәфәттә лә киҫкен үҙгәрештәр кәрәкмәй – Үгеҙ элекке йолаларға тоғро;
* нимә эшләр булһағыҙ ҙа, ентекле уйлағыҙ, тыныс булығыҙ;
* бүләктәрегеҙ ябай, кәрәкле булһын һәм “кеҫәгә һуҡмаһын”;
* яҡындарығыҙға матур һүҙҙәр йәлләмәгеҙ.
Читайте нас в