-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2020, 17:40

“Тунлы тауыҡ”

Тауыҡ ите менән бәрәңгене томалап бешермәгән кеше юҡтыр. Ә беҙ һеҙгә уны “байрамсараҡ” әҙерләү ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Кәрәк (2 кешегә иҫәпләгәндә): тауыҡ ите (250 г), бәрәңге (120 г – 3 дана), ҡаты сыр (60 г), майонез (1 ҡалаҡ), йомортҡа (1 дана), тәмләткестәр - кориандр, хмели-сунели, тоҙ, ҡара борос, таба майларға үҫемлек майы.
Тауыҡ итен һөйәктәренән айырып, киҫәктәргә бүлергә, тәмләткестәр менән болғап, бер аҙ һуҡҡылап йомшартырға. Майланған мейес табаһына теҙергә. Өҫтөнә ҡырғыстан ҡырылған бәрәңге, сыр, сей йомортҡа һәм майонездан торған “тун” ябырға ла, духовкаға тығырға. Өҫтәлгә салат япраҡтарына һалып, биҙәп бирергә.
Читайте нас в