-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ғинуар 2021, 20:40

Рәсәй Геройы иҫтәлегенә турнир

19 декабрҙә Өфө ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Геройы гвардия майоры Александр Васильевич Доставалов иҫтәлегенә “Бөтә Рәсәй ҡатнаш алыш ойошмаһы” ҡағиҙәләре буйынса асыҡ турнир үтте.

Унда республика-быҙҙан 220 ҡатнаш көрәшсенән торған 30 команда ҡатнашты. Улар араһында Красноусолдағы Флорид Ғибаҙуллин етәкселегендәге “Батыр” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре лә бар ине. 10 йәш спортсы үҙ көсөн, таҫыллығын һынап, районыбыҙ данын яҡлап ҡайтты. Һынатманылар, БР-ҙың иң көслө командалары араһында 3-сө урынға лайыҡ булдылар.
Шәхси беренселектә үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә ҡатнаш алыш буйынса Тимур Юламанов (8 йәш), Динислам Ғизетдинов, Денис Кинйәбаев (10 йәш) – 1-се, Егор Зюлькин (9 йәш), Даниил Пальгов (10 йәш), Илүс Ғафаров (14 йәш) - 2-се, Эмиль Батыршин (9 йәш), Валерий Зороглян (12 йәш) 3-сө урынға лайыҡ булды. Тактик көрәш бу-йынса 9 йәшлек Эмиль Батыршин – 2-се, ә 10 йәшлек Рәшит Ходжакулов - 1-се һәм 2-се, Валерий Зорог-лян 3-сө урын яуланы.
Районыбыҙ данын күтәргән йәш спортсыларҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас в