-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ғинуар 2021, 11:55

Сағыу йондоҙобоҙ

1961 йылды ҡаршы алған сихри төндә, ойоҫҡотоп елбәҙәк ҡар яуғанда, Яугилде ауылында донъяға бер ҡыҙсыҡ ауаз һала. Ошо илаһи аҡлыҡ-паклыҡ һәм сафлыҡ уны – 60-сы ғүмер байрамын ҡаршылаған Гөлнур Ноғоман ҡыҙы Сәлимованы - ғүмере буйы оҙата килә.

Тыуған ауылындағы 8 йыллыҡ мәктәпкә уҡырға төшөп, яҡшы уҡыған, район олимпиадаларында һәр саҡ уңышлы сығыш яһаған зирәк ҡыҙ мәктәпте “бишле” билдәләренә генә тамамлай. 1976 йылда Стәрлетамаҡтағы медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортонда ла һынатмай ул, һәр йәһәттән алдынғылар иҫәбендә була, әүҙемлеге менән айырыла. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлаған шәфҡәт туташын йүнәлтмә буйынса Өфөләге Ҡыуатов исемендәге 1-се Республика дауаханаһына эшкә ебәрәләр. Йәш белгес нейрохирургия бүлексәһендә эшкә яуаплы ҡарауы һәм тилберлеге менән тиҙ арала абруй ҡаҙана. Әммә дауаханала бер йыл эшләгәс, Гөлнур Ноғоман ҡыҙы тормош юлында ҡырҡа боролош яһай: һөнәрен үҙгәртергә ҡарар итеп, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инергә тәүәккәлләй. Баҡтиһәң, бында ғүмерлек мөхәббәте Ниязбай Булатбай улы уҡып йөрөй икән. Шулай итеп, ике йәш йөрәккә бер юғары уҡыу йортонда белем алыу бәхете тейә. 1980 йылда студент ғаиләһе барлыҡҡа килә һәм икенсе йылына бәхеттәренә шатлыҡ өҫтәп, тәүге ҡыҙҙары Гөлназ тыуа.
1981 йылда йәш белгестәр йүнәлтмә буйынса тыуған яҡтарына – Ғафури районына ҡайтып төпләнә. Гөлнур Ноғоман ҡыҙы Йөҙимән, Яугилде, Красноусол мәктәптәрендә эшләй. Райондың “Табын” гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарған ғаилә башлығы 1994 йылда “Йәшлек” республика гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнгәс, Сәлимовтар ғаиләһе Өфөгә күсә.
Гөлнур Ноғоман ҡыҙы баш ҡалалағы 136-сы башҡорт лицейында урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай. Артабан ул 140-сы башҡорт гимназияһында һәм Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Респуб-
лика художество гимназияһында директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. 13-сө мәктәп-интернат директоры булып эшләгән осорҙа Гөлнур Ноғоман ҡыҙы Сәлимова Киров районының иң абруйлы һәм ихтирамлы мәктәп етәкселәренең береһе иҫәпләнә. Бар йәһәттән дә булдыҡлы, талапсан етәксе, оҫта ойоштороусы һәм тәжрибәле педагогты 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратына эшкә үрләтәләр. Уҡытыу-тәрбиә өлкәһендә һәм юғары власть органында оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм фиҙаҡәр эшләгәне өсөн Гөлнур Ноғоман ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”, “Рәсәй Федерацияһының почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре” маҡтаулы исемдәренә, “Хеҙмәт ветераны” һәм бихисап Маҡтау грамоталарына лайыҡ була.
Яуаплы вазифаларҙа оҙаҡ йылдар эшләп, 2016 йылда хаҡлы ялға туҡтаны. Бер минут тик торорға күнекмәгән, электән баҡсала йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтереү оҫтаһы булған Гөлнур Ноғоман ҡыҙы был эштәр менән иркенерәк һәм дәртләнеберәк шөғөлләнә башланы. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем Сәлимовтарҙың йорт ихатаһы – күҙҙең яуын алырлыҡ шау сәскәгә, өй эсе иһә гөлдәргә күмелеп, нурҙар сәсеп-балҡып тора. Исеме лә есеменә тап килеп тора шул: Гөлнур! Аш-һыу, төрлө ҡайнатмалар әҙерләүҙә лә ул бик тә маһир хужабикә.
1 ғинуарҙа күркәм юбилейын билдәләгән Гөлнур Ноғоман ҡыҙы – инәһенең берҙән-бер ғәзиз балаһы, терәге-таянысы, иренең бәхетле ҡатыны, өс баланың ҡәҙерле инәһе, кейәү-килененең яратҡан ҡәйнәһе һәм биш ейән-ейәнсәрҙең һөйөклө өләсәһе. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ тәжрибәле юрист, юғары власть органында эшләп йөрөй, уртансыһы - өс бала инәһе Дилбәр эшҡыуарлыҡта көсөн һынай, иң кесеһе - Санкт-Петербургта телевидение инженеры һөнәрен үҙләштергән Дамир улдары иһә “Тамыр” студияһының ныҡлы таянысы – режиссер-ҡораусы. Ейән-ейәнсәрҙәре лә уңыш-ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөп тора: өлкән ейәндәре Ильяс Өфө нефть техник университетының III курс студенты, уҡыу алдынғыһы Нәркәс - төрлө олимпиадалар еңеүсеһе, бейеүсе, шулай уҡ яҡшы уҡыған Сәйҙә иһә Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең үҫмерҙәр төркөмөндә шөғөлләнә, ҡул эштәре менән мауыға. Уҡыуҙа ла һыр бирмәгән Асҡар футбол секцияһын үҙ итә. Кескәй Асия ла апай-ағайҙарынан ҡалышырға уйламай – ул да бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Уңды Гөлнур Ниязбайҙан, ә Ниязбай Гөлнурҙан. Улар бына 40 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, башҡаларға өлгөлө ғаилә, дуҫтарына, туғандарына ярҙамсыл, йомарт кәңәшсе булып йәшәйҙәр. Ғаилә дуҫтары - әхирәттәренең ышаныслы серҙәше лә ул Гөлнур Ноғоман ҡыҙы. Беҙ, дуҫтары, 7 ҡыҙ: Алира, Венера, Гөлсирә, Светлана, Зәйтүнә һәм мин - Флүрә, етенсебеҙ – иң сағыу йондоҙобоҙ Гөлнурыбыҙҙы матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға һәм ғаиләһенә һаулыҡ, бәхет, йән тыныслығы теләйбеҙ. Алдағы көндәрегеҙ яҡты булһын, пар ҡанаттарығыҙ талмаһын, дуҫтарыбыҙ. Юбилейың мөбәрәк, донъяң түңәрәк булһын, хөрмәтле Гөлнур Ноғоман ҡыҙы!
Флүрә ҠАРАНАЕВА.
Красноусол ауылы.
Читайте нас в