-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ғинуар 2021, 16:45

Барыбыҙҙың яратҡан уҡытыусыһы

Күңелдә үҙенең һәйбәт сифаттары менән уйылып ҡалған, уның һүҙҙәре һәр саҡ яҡты маяҡ кеүек яҡтыртып барған, өлгө алырҙай кешеләр була. Уҡытыусыбыҙ Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы Ильясова-Ғиләжева ана шундайҙарҙан.

Ул беҙҙең 1955 йылғыларҙың 1967 йыл Үзбәк урта мәктәбендә класс етәксеһе булды. Шулай уҡ рус теленән дә уҡытты. Әммә ләкин ул йәйге каникул ваҡытында институтҡа имтихан биреп, уны уҡырға саҡырҙылар. Уҡыусыларҙы колхоздың бәрәңгеһен сығарырға, ярҙам итергә ебәргәндәр ине. Уҡытыусыбыҙҙың уҡырға китер алдынан баҫыуға уҡ килеп, беҙҙең менән һаубуллашып йөрөүе ныҡлы хәтерҙә ҡалған. Уҡыған ваҡытта беҙҙең менән хат алышып торҙо. Рус грамматикаһынан беҙ уға аңламағаныбыҙҙы яҙып һораша, ул беҙгә аңлатып яҙып ебәрә торғайны. Беҙ мәктәпте тамамлап (8-се класты) сығып киткәндә, ул әле уҡып бөтмәгән ине. Ошо күңелле мәктәп йылдарынан бирле Фәриҙә апабыҙ менән аралашып йәшәйбеҙ. Барыбыҙҙың да яратҡан уҡытыусыһы булып ҡалды ул. Уҡығанда хатта күп ҡыҙҙар уның кеүек булырға хыялланды.
Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы ғаиләһендә лә өлгөлө булды. Флүр Сөләймән улы менән матур ғүмер кисерҙеләр, тик тормош иптәше хәҙер мәңгелек донъяла инде. Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙға бала ҡайғылары ла кисерергә тура килде. Һөйөклө улы Илшат та бик иртә мәрхүм булды. Игеҙәк ҡыҙҙары Луиза менән Эльза әсәләренең төп терәге, ҡыуанысы. Улар икеһе лә Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында эшләп йөрөйҙәр.
Уҡытыусыбыҙ беҙҙе тәртипле булырға, йыр-моңға, бейеүгә өйрәтте. Байрам ваҡыттарында концерттар ҙа ойоштора ине. Бына шулай бар ергә лә өлгөр, уңған беҙҙең класс етәксебеҙ. Уның менән һәр саҡ аралашабыҙ, йыйылышҡанда саҡырабыҙ. Сөнки, уҡытыусыбыҙҙың аҡыллы кәңәштәренә, өйрәтеүҙәренә һаман да мохтажбыҙ. Уның яғымлы ҡараштарын, мөләйем йөҙөн һәр саҡ һағынабыҙ.
Ошо көндәрҙә хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ Фәриҙә Вәғиз ҡыҙының күркәм юбилейы. Беҙ уны 75 йәше тулыу уңайынан ҡайнар ҡотлап, таҙалыҡ-һаулыҡ, тыныс тормош, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Башҡа ҡайғылар күрмәйенсә, балаларының шатлығын күреп, оҙон ғүмер кисерһәгеҙ ине, Фәриҙә апабыҙ.
Уҡытыусыбыҙға хөрмәт менән 1955 йылғы уҡыусылары исеменән Айҙар, Рәмил, Фәрит, Минзилә, Рәүилә, Рәйлә, Мәүсилә, Мәрфуға.
Читайте нас в