-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ғинуар 2021, 18:25

Афарин – 2020

Розалия Фәрит ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВА – “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры.

Быйылғы коронавирус сире менән бәйле, көсөргәнешле шарттарҙа эшләп, социаль хеҙмәткәрҙәргә ирекмәндәр ролен үтәргә лә тура килде, үҙаллы изоляциялағы 65 йәштән өлкәнерәктәргә иң тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыҡты.
Президент грантына социаль проекттар эшләп, былтыр “Бергә атлауы күңелле” (социаль туризм) проекты тормошҡа ашырылды. Уҙған йылдың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – күптән көтөлгән проект – өлкән йәштәге ҡарауһыҙ ҡалып, аҙ хәрәкәтләнгән граждандарға һәм инвалидтарға Татар Саскүле һәм Табын ауылдарында пансионат булдырыуға килешеү төҙөү.
Булдыҡлы етәксенең шәхси ҡаҙанышы - “Ҡатын-ҡыҙ директор” Бөтә Рәсәй конкурсында Р.Рахманғолова “Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре” номинацияһында, “Ҡатын-ҡыҙ йыл директоры-2020” титулына лайыҡ булды.
Читайте нас в