-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар 2021, 14:25

Афарин – 2020

Алмаз Фәнис улы АРДАШИРОВ – Красноусол үҙәк район дауаханаһы хирургия бүлегенең табип-хирургы.

2015 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Һәм үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, грамоталы, ипле булыуы, һөнәрен бар булмышын, күңелен биреп башҡарыуы менән дауахана етәкселегенең һәм пациенттарҙың ихтирамын яулап өлгөргән дә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында районыбыҙ халҡының һаулығын һаҡлауҙа уяулыҡты юғалтмаған Ф.Ардаширов үҙ эшен төплө белгән хирург тип танытты. Белемле табип бер үк ваҡытта прок-толог булараҡ та ҡабул итеүҙәр уҙғара. Ауыл еренә эшкә килгән йәш белгес булараҡ, “Земство докторы” программаһында ҡатнашып, фатирлы булған.
Читайте нас в