+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2021, 20:30

Алтын ҡуллы табибә

Үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан, һайлаған һөнәренә тоғро кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Улар намыҫ менән эшләй, алдына килгән ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, тик алға, яҡтылыҡҡа табан атлай.

Таныштырасаҡ геройым да ошондай кешеләрҙең береһе - аҡ халатлы, аҡ күңелле табибә Венера Фәүәзит ҡыҙы Ҡолманова. Уңғанлығы, татыулығы менән дан тотҡан төбәктә – Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ урта мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә.
Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап ҡайтҡан йәш белгес үҙәк район поликлиникаһында эш башлай. 5 йыл ярайһы тәжрибә туплағандан һуң, Венера Фәүәзит ҡыҙы 1997 йылда "Красноусол" шифаханаһына эшкә күсә.
Бына 23 йыл инде Венера Фәүәзит ҡыҙы Ғафуриҙағы данлыҡлы шифаханала ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Ял итеүселәр, үҙ һаулығын нығытырға килеүселәр өсөн уның кәңәштәре бик кәрәк һәм файҙалы. Сөнки Венера Фәүәзит ҡыҙы врач-диетолог бит, дөрөҫ туҡланыу буйынса мәғлүмәтле табибә. Уға дауаланыусылар яҡты йөҙлө, һәр саҡ ярҙамға килеүсе табибә, тиеп, рәхмәттәр уҡый. Алтын ҡуллы табибәне хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә. Йәштәргә өлгө, терәк тә ул.
Эше менән генә түгел, ғаиләһе менән дә һоҡланырлыҡ Венера Ҡолманованың. Тормош иптәше Әхнәф Әхмәр улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғаилә башлығы - теш табибы. Әхнәф Әхмәр улының теш дауалау буйынса шәхси клиникаһы ла бар. Бына оҙаҡ йылдар инде ул райондаштарын сифатлы дауалау алымдары менән хеҙмәтләндерә, ихтирамға лайыҡ стоматолог. Икеһе лә медицина юлында тир түккәнлектән, ҡатынының эшен аңлап, ярҙам итеп тора Әхнәф Әхмәр улы. Ҡыҙҙары-йондоҙҙары ла уларҙың юлын дауам итә. Өлкән ҡыҙҙары Гүзәл Өфө ҡалаһы дауаханаларының береһендә табип-терапевт булып эшләй. Кеселәре Ләйсән иһә медуниверситеттың 4-се курсында белем ала. Әсәйҙәренең эшһөйәрлеге, ихласлығы ҡыҙҙарына ла күскән. Һәр башланғысты улар ата-әсәһенең өлгөһөндә күрә, башҡарасаҡ эшенә яуаплы ҡарай.
Баҡса үҫтерергә, сигеү сигергә ярата Венера Фәүәзит ҡыҙы. Алмазлап сигеү буйынса әллә күпме күҙҙең яуын алырлыҡ эштәре бар. Ғаиләһен тәмле аштары, төрлө ҡайнатмалары менән һыйлай. Туғандарына, яҡындарына ла иғтибарлы, ярҙамсыл ул. Ғаилә байрамдарында ла бергәләп йыйылырға, хәл-әхүәл белешергә тырышалар. Ике яҡтан да туғандарын тиң күреп, таяныс булып йәшәй Ҡолмановтар.
Тынғыһыҙ эшенең юғары һөҙөмтәһе – ул шифахананың бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнә Венера Фәүәзит ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы ла.
Яңыраҡ үҙенең хеҙмәттәше, иңгә-иң терәп бергә эшләүсе Гөлназ Ғариф ҡыҙы Тайсина менән Венера Фәүәзит ҡыҙы Ҡолманова Себер тарафтарында эшләп ҡайтты. Бында улар тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, саҡырыу бу-йынса барып, "ҡыҙыл зона"ла зәһәр сиргә ҡаршы көрәште. Намыҫсан Ғафури табибәләре тыуған районыбыҙ йөҙөнә тап төшөрмәй, бик тырышып эшләне. Ауыр костюмдарҙа, битлектәрҙә тәүлек әйләнәһенә кеше сәләмәтлеге өсөн көрәшеү – үҙе үк батырлыҡ, тиер инем. Эйе, батырлыҡ та, матурлыҡ та ул табиплыҡ эше! Ошо һөнәргә тоғро ҡалып, кешеләргә кәрәкле булып йәшәүегеҙгә "Афарин!" тиергә генә ҡала, Венера Фәүәзит ҡыҙы! Киләсәктә лә бәрәкәтле яҙмыш кисереп, ғаилә именлегендә, сәләмәтлектә ғүмер итергә, һайлаған һөнәрегеҙҙең изгелеген күреп йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Миңлегөл ТАЙСИНА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в